Ә бына Ялтанан ҡунаҡҡа ҡайтҡан Даларис ағай һис онота алмай икән хромканы һәм улар хөрмәтенә йыйылған мәжлестә, ҡустыһы гармун уйнап ебәргәс, йөҙҙәре яҡтырып, шатлығынан күҙҙәрендә йәш бөртөктәре күренде, бала сағы иҫенә төштө.
Даларисҡа 7-8 йәш тирәһе булғандыр. Ул өләсәһе менән олатаһы ҡарамағында йәшәй. Уҡырға төшөүенә әсәһе улын үҙ янына алырға ниәтләнгәйне лә, әлегә булдыра алмайыраҡ тора. Малай бәләкәй генә ауылда көн күрә. Бәләкәй генә тиһәң дә, һис юғында, алтмышлап өй барҙыр әле ул бында, ә ауылда ни бары ике генә гармун. Береһе - үрге ос ағайҙарҙа, икенсеһе - өләсәйҙең оло улында. 60-сы йылдарҙа бар байрамдарҙы ла музыкаль яҡтан биҙәр бер гармун ине бит инде. Ул заман ике-өс кис ҡундырып ҡунаҡ булыу, 5-6 сана ҡоҙалар менән туйҙар яһау мәле ине бит инде. Ошо ике гармун инде бөтә ауыл һәм ҡунаҡтар күңелен аса ине. Берәй сара уҙғарыр булһалар гармунды алдан белешеп, һөйләшеп ҡуйырҙар ине. Гармун, кем алдан вәғәҙәләшә, шуға. Кәрәк ваҡыты еткәс өләсәйҙең кешмир яулығына төрөлгән гармунды ҡәҙерле ҡунаҡ шикелле алып сығып китерҙәр ине.
Даларистың ағаһы ла былтыр, хыяллана торғас, гармунлы булды. Картуф бик уңды ул йылды. Колорада ҡуңғыҙының ни икәнен дә белмәгән бәхетле мәлдәр. Малай бәрәңгенең өс-дүртен саҡ һыйҙырып беләгенә һалып ташып көлдөрөп бөттө өләсәһен. Бер заман ауылға ҡарбуҙ һатыусылар килеп тулды. Малайҙар өсөн шатлыҡ, һатыусылар иң ҙурын үҙҙәре ашайҙыр инде, тип көнләшеп һөйләшеп алалар үҙ-ара. Ә тегеләре тоҡҡа тоҡ алмаша ҡарбузды картуфҡа. Алһындар әйҙә, йәл түгел, быйыл кәртүк уңды, тик Исмәғилдең бәрәңгене ҡарбуҙға биргеһе килмәй, сөнки ауыл магазинына бер генә бөртөк хромка гармуны килтергәндәр. Ә ул аҡсаға ғына һатыла. Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тиҙәр бит, ул да тырыша торғас, әмәлен тапты. Атаһы менән алыҫ ҡына урынлашҡан ауылға барып һаттылар бит бәрәңгене. Атаһы аҡсалы булды, ә Исмәғил гармунды ҡулға төшөрөп һөйөндө. Аҙаҡтан ниҙәр генә ҡыланманы гармунда уйнарға өйрәнер өсөн. Төн йөҙөндә, әтәс күтәреп, ҡара мунсаға ла инеп уйнап ҡараны, йорт эштәрен үтәмәгән өсөн атаһынан да әрләнеп бөттө, тик барыбер өйрәнде бит, әй, уйнарға. Йыл тулыуға клубта йәштәрҙе сәғәттәр буйы гармунға бейетер ине.
Бына Исмәғилгә әрмегә китергә повестка килде. Туған-тыумаса, дуҫ-иш тигәндәй, барыһы ла йыйылды. Ул осорҙа беҙҙә һалдатты, төнө буйы йырлашып, бейешеп таң аттыралар ҙа, колхоз машинаһына тейәлеп, район үҙәгенә күмәкләшеп барып оҙатырҙар ине. Даларис - әле бәләкәй малай, уға өҫтәлгә яҡын килергә ярамай, ситтән генә күҙәтә ул өйҙәге шау-шыуҙы. Исмәғил ағаһы янына килеп:
-Даларис, бөгөн туйғансы уйнайым да гармунды һиңә тапшырып китәм. Кешегә бирмә, бирһәң дә, иң оҫта гармунсыға ғына биреп тор, сәғәте етеү менән барып ал. Юҡһа, мин ҡайтҡансы, гармун туҙып бөтөүе ихтимал. Шаян малайҙарға тоттороп та ҡаратма. Үҙең ике-өс көнгә бер алып телдәренә баҫҡылап, ҡартаһын тартҡылап ултырт, шулай итмәгәндә ҡартаһы ҡатып боҙолоп ҡуйыуы бар. Ныҡ һаҡла гармунымды, әрменән ҡайтҡас, үҙеңде лә гармун тартырға өйрәтеп, хаҡын түләрмен, - тине. Аптыраштан күҙҙәрен селт-селт йомғолаған малай күңелендә ҡыуаныстың сиге юҡ, икенсе яҡтан аптырап та ҡалды: Исмәғил ағайҙың Даларистан дүрт йәшкә олораҡ бер туған ҡустыһы ла бар бит әле. Нишләп ул түгел, ә мин? Был ышанысты аҡлар өсөн бар көсөн һаласаҡ Даларис, тик ҡаушап китеп быны ағаһына ғына әйтә алманы шул.
Исмәғил ағайҙы оҙатыуға ла байтаҡ ваҡыт үтеп китте. Өләсәһе әйтмешләй, таң ата ла кис була, тик Даларистың ғына мәшәҡәте күп, эше ҡаты, бигерәк тә шәмбе кис. Клубҡа уйынға йыйылған йәштәр гармун һорап хәлен алалар. Кемдер кәнфит, печенье менән алдаштырмаҡсы була, хатта тәмәкегә лә алмаштырырға ризалар гармунды. Клубҡа ебәреп әрһеҙләү - бөтөнләй килешмәгән эш, тип уйлай малай һәм ағаһының иң ҡәҙерле нәмәһен үҙе йоҡлаған урындыҡҡа, мендәренә терәтеп ҡуйып йоҡлай. Ял йәки байрам көндәрендә төн уртаһына тиклем йоҡламай ята, сөнки оло ағай уның йоҡлап киткәнен көтә лә гармунды алып ҡаса икән. Унан. әйҙә, туйғансы иләйҙәр инде. Быны кемдәндер ишетеп ҡалды ла йоҡо ҡайғыһы ҡасты. Гармунды кешегә бирмәй, тик үҙе генә ике көнгә бер алып телдәрен баҫҡылай ҙа кире ҡуя. Бер көн бысҡылдата торғас, ниндәйҙер көйгә оҡшаш тауыштар ишетеп дәртләнгән Даларис үҙе лә һиҙмәҫтән гармунда өйрәнә башланы. Ағаһы һалдаттан ҡайтыуға арыу уҡ һупалай ине инде ул.
Оҫта гармунсы ла, артист та булып китмәне ул, әммә әрменән ҡайтып ингән ағаһы алдында йөҙ ҡыҙартманы.
…Бар кешенең дә гөрләп торған гармун тауышына бейергә төшөп китеүҙәрен күреп шатланып бөтә алмаған сәстәренә сал төшкән, алтмыш биште үткән ил ағаһы Даларис та урынынан ҡуҙғалды. Оҙағыраҡ ултырып ҡатып киткән быуындарҙы һелкетеп, йомшартып алаһы бар.
Эх, ҡайҙа беҙҙең йәш саҡтар? Улай тиһәң, бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта!