ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
7 Ноябрь 2017, 12:48

Үҙ эшеңде асыу өсөн ҡыйыулыҡ кәрәк

Бөгөн күңелеңә ятыш эш урыны табыу, бигерәк тә үҙ эшеңде асыу, күпме түҙемлек, ихтыяр көсө талап итәлер.

Башҡаларға оҡшамаҫҡа тырышыу, киләсәгеңә кемдер ярҙамында түгел, үҙ аллы юл һалыу - Һәргәй ауылында тыуып үҫкән Мансур Яманаевтың девизы шулайыраҡ яңғырай.
Тауҙарға һыйынып ятҡан тыуған ауылында башланғыс мәктәпте тамамлап, артабан Нөгөштә белем ала. Бәләкәйҙән күңеле, булмышы менән тау, урманға, ирекенлеккә тартыла, тыуған яғының аҡ томандар менән ҡауышҡан тау һырттарын, тау ярып сыҡҡан инеш-йылғаларын, аҡлан-яландарын биш бармағы һымаҡ белә.
Мәктәптән һуң ана шул тәбиғәт һәм алыҫ юлдар саҡырыуы уны Мәләүезгә һөнәрселек училищеһына алып килә. Шофер һөнәре алған егет милли паркта хеҙмәт сынығыуы ала, артабан шул йылдарҙа уҡ Йомағужа ҡасабаһында үҙ эшен асҡан бер туған ағаһы Марсель менән бергә эш башлай.
Гел генә ағай ҡурсыуында йәшәп булмай, бер аҙ аҡса туплаған егет, КамАЗ йөк автомобиле һатып алып, заказ буйынса ағас ташый башлай. Бөгөн Мансур Ғәлийән улы - үҙ үҫеш юлын тапҡан, аяҡта ныҡлы баҫып торған эшҡыуар. Урманлы Бөрйән, Белорет райондарынан таҡта, бүрәнә, башҡа төрлө төҙөлөш материалдары ҡайтара. Кәрәк икән, шәхси заказ буйынса йорт, мунса бураһы ла әҙерләй.
Ейәнсура районы сибәре Алиса менән бөгөн улар Һәргәйҙә ер участкаһы алып, күркәм йорт төҙөгән, ауылда сауҙа нөктәһе лә асҡандар. Татыу ғаиләлә Арина, Карина исемле ҡыҙҙар тәрбиәләйҙәр. Карина быйыл 1-се класҡа уҡырға барған, яҙыу-һыҙыуға өйрәнеүҙән тыш, бик күп шиғырҙар ҙа ятлап өлгөргән.
Марсель киләсәктә үҙ эшен тағы ла киңәйтеү, үҫтереү маҡсаты менән йәшәй. Ҡайҙа ғына йөрөмәһен, алыҫ юлға йыйынамы, ниндәйҙер эш алдынанмы, әсәй фатихаһы менән башлай юлын. “ Изге кешемдең доғаһы ярҙамында юлым уңа, эшем бойомға аша”,- ти ул.
Заманаһы шулай, ниндәй генә йүнәлеш һайлама - ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ, үҙ-үҙеңә ышаныс тойғоһо булырға тейеш. Шул саҡта ғына эшең уң булыр. Һәргәй эшҡыуары был турала яҡшы белә.
Читайте нас: