Уның булмышын Башҡортостанһыҙ, ә башҡорт илен Мостайһыҙ баһалап та булмаҫ икәнлекте барыбыҙҙа белә, шуға ололай һәм хөрмәт итә. Ул шағир, яҙыусы, публицист, тәнҡитсе, әүҙем йәмәғәтсе генә булып танылманы ул, республикабыҙҙы ҡурсалап оло сәйәси майҙандарға сыҡҡан дипломат, сәсән дә булды.
М.Буранғолов исемен йөрөткән китапханабыҙҙа ошо көндәрҙә ҡалабыҙҙың индустриаль колледж уҡыусылары менән “Күңелебеҙҙә беҙҙең – Мостай Кәрим” исемле әҙәби сәғәт уҙғарылды. Октябрь айы үҙенсәлекле, иҫтәлекле даталар менән билдәле булғанлығын иҫәпкә алып, республика көнө, уҡытыусылар байрамы, олуғ әҙип Мостай Кәримдең дә тыуған көнө булараҡ кисәбеҙҙе бай йөкмәткеле ижади сығыш һәм Башҡортостан яҙмышы менән бәйле видео-ролик менән асып ебәрҙек. “Өс тарафта күрәм һине...” шиғырында гүзәл еребеҙҙең мөғжизәләрен күреү уҡыусыларға ыңғай йоғонто яһамай ҡалманы. Был илһамды әҙәби сәғәттә шиғыр һөйләүселәрҙең ихлас йөҙөндә күреп була ине. Башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләгән, һәр саҡ уҙғарылған сараларҙы рухи сығыштары менән байытҡан колледж уҡытыусыһы Гүзәлиә Әмирханова ла көс-дарман өҫтәп: “Аҡылыбыҙ һәм йөрәгебеҙҙе йәнтөйәгебеҙ менән бергә бәйләгән, ҡоштар тауышын, игендәр шаулауын, йылғалар ағышын төндә лә ишетерлек итеп аса белгән шағир күңелебеҙҙә йәшәй һәм йәшәйәсәк”, - тине. Шулай уҡ шағирәләр Фәүзиә Йомағолова, Наилә Әйүпова, Хәлиҙә Шәйәхмәтова үҙҙәренең шиғырҙары аша әҙәбиәт уҙаманының бөйөклөгөн асты. Үҙе иҫән саҡта шағир менән иҫтәлекле осрашыу Нәилә Әйүпованың да күңел һандығында һаҡланған һәм ошо хаҡта уҡыусылар, ҡунаҡтар менән уртаҡлашыуы тағы ла кисәне байытты. Йылы хәтирәләрҙән һуң, кисә хаҡында уҡыусылар ҙа үҙҙәренең тәьҫораттары менән бүлештеләр, рәхмәт әйттеләр. 17-се төркөмдөң иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштереүсе I курс уҡыусылары Радмир Булатов, Руслан Ғәйзуллиндарҙың фекерҙәре айырыуса фәһемле булды.