- Киләсәктә ферманы яңыртырға, ремонтларға уйлайбыҙ, яңы комбайн алыуҙы планлаштырабыҙ, хәҙерге ваҡытта яңы келәт төҙөү буйынса эштәр бара. Быйыл мул уңыш алдыҡ, ҡышҡылыҡҡа фураж, бесән һәм башҡа мал аҙыҡтары әҙер. Фермала бөтәһе 35-40 баш һыйыр малы булһа, бөгөн 15-е һауын һыйыр. Бер механизатор һәм бер һауынсы эшләй. Һөттө һөт-консерва комбинатына тапшырабыҙ, - тип хужалыҡ эштәрен барланы йәш фермер Азамат Кәшәфетдинов.
Атаһы Даян Кәшәфетдинов менән ауыл хужалығының бөтә нескәлектәрен үҙләштергән Азамат бөтә эште алып бара. Тормош иптәше Рузанна ла тырыша. Етештерелгән продукцияны ҡулланыусыға еткереү – уның бурысы. Булдыҡлы булдырыр, эшен дә уңдырыр, тиҙәр беҙҙең халыҡта. Кәшәфетдиновтар халыҡты экологик яҡтан таҙа ауыл продукцияһы менән тәьмин итеү ниәте менән янып эшләй, быға шик юҡ, сөнки ғаилә эшен киләсәктә лә уңышлы дауам итеүселәр бар.