Конгэк
+1 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
30 Декабрь 2017, 12:31

Яңы йылдан - яңы спорт залында

Яңы йыл алдынан Богородское мәктәбендә ҡыуаныслы ваҡиға булды Унда "Берҙәм Рәсәй" сәйәси партияһының "Балалар спорты" проектына ярашлы яңыртылған спорт залын асыу тантанаһы үтте.

Ҙур булмаған ауыл мәктәбенең тарихы 1978 йылдан башлана. Шунан алып белем усағында, шул иҫәптән спорт залында капиталь ремонт үтмәгән. Быйыл ул "Берҙәм Рәсәй" партияһының ауыл мәктәптәренең спорт залдарын үҙгәртеп төҙөү буйынса федераль программаһында ҡатнашып, ҡыҫҡа ваҡытта тулыһынса үҙенең йөҙөн үҙгәртте. Атап әйткәндә, иҙәне, тәҙрәләре алмаштырылды, стеналары яңынан штукатурланып, ағартылды. Ҡыҙҙар, үҫмерҙәр өсөн сисенеп-кейенеү бүлмәләре, туалет үҙгәртеп төҙөлдө. Бер һүҙ менән әйткәндә, Яңы йылдан физик культура дәрестәре заман талаптарына яуап биргән залда үтәсәк. Әйткәндәй, Богородское төп дөйөм белем биреү мәктәбе элек-электән үҙенең спорт һөйөүселәре менән дан тотто. Һуңғы йылдарҙа улар көрәш, саңғы ярышы буйынса алдынғы сафтарҙы биләй.
Уҡыусыларҙың һәм педагогтарҙың ҡыуанысын уртаҡлашырға Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы ағзаһы Зариф Байғусҡаров килде. Иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотлап, Зариф Закир улы балалар илдең ҙур ҡаҙанышы булыуын билдәләне, шуға күрә дәүләт улар сәләмәт үҫһен өсөн шарттар булдырыуға етди иғтибар биреүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Район Хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков яңыртылған залда шөғөлләнергә теләүселәр киләсәктә тағы ла күберәк булыуын, уҡыусылар спортта ғына түгел, уҡыуҙа һәм эштә лә юғары үрҙәр яулауын теләне. Рәхмәт һүҙҙәре менән Денис ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Надежда Ядыкина, мәктәп мөдире Гәүһәр Шәйхәлиева сығыш яһаны.
Ауыл спортын үҫтереү буйынса партияның яңы проекты тиҙҙән үҙ һөҙөмтәләрен күрһәтер, унда уҡыусылар ғына түгел, ә сәләмәт тормош яҡлы, спорт һәм физик культура яратҡан ауыл халҡы ла йәлеп ителер, тип уйлайбыҙ.
Һүрәттә: Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы ағзаһы Зариф Байғусҡаров мәктәп коллективын иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотлай.
Автор фотоһы.
Читайте нас: