“Көнгәктең” хөрмәтле уҡыусылары менән киң таралған бер “йола” – дуҫтар осрашыуы йолаһын биохимия күҙлегенән тикшереп ҡарарға ниәтләнәм. Күптән осрашмаған өс дуҫ күрешеү шатлығын бер нисә көн буйы “йыуғандан” һуң кеше организмы ниндәй үҙгәрештәр кисерә икән? Шәп эсемлектән башланған мәжлес, ғәҙәттә, һаҫыҡ сәмиғулла менән тәмәке төтөнөнә сумып тамамлана. Ник тыуғаныңа үкенеп уянып китеүеңә баш ауыртыуы, хәлһеҙлек, Һыуһау, ҡул ҡалтыраныуы, ашҡаҙан әсетеүе, хәтер юғалыуы кеүек әллә күпме һынауҙар көтә. Ә мәжлес башы ҡалай күңелле, тәүге өс-дүрт тост ҡалай аҡыллы, мәғәнәле ине…
Хәмерҙең һәр төрөндә булған этил спиртында этанол тип аталған үтә зарарлы матдә бар. Мәжлес башындағы тәүге рәхәтлек этанолдың ҡан тамырҙарын киңәйтеү һәләтенә, мәтдә алмашыныуының әүҙемләшеүенә бәйле. Әммә, ҡанда күпләп таралған этанол тиҙ арала үҙенең емерткес эшмәкәрлеген башлап та ебәрә:
Баш мейеһе. Күҙәнәктәрҙе кислород менән тьәмин итеүсе эритроциттар этанолдың һөжөм итеүе арҡаһында емерелә. Күҙәнәктәр “тын ала алмай” һәләк була. Кешенең шәхеслеген тәшкил иткән психик бәйләнештәр юғала, уның “йыртҡысҡа” әйләнеүе ихтимал. Әгәр мейенең ҡан тамырҙары тығылһа, улар шартлай, мейегә ҡан һауа һәм үлемесле геморрогик инсульт хасил була.
Бауыр. Ҡан таҙартыусы ағза булараҡ бауыр ауыр йәрәхәттәр ала, сөнки зарарлы этанолды ул тәүҙә ацетилальдегидка, һуңнан уксус һеркәһенә әйләндереп бауыр аша тышҡа сығара. Хәмерҙе самаһыҙ эскәндә ацетилальдегид эшкәртелеп бөтөлмәй, бауырҙа ҡала. Ә ул этанолдан 20-30 тапҡыр зарарлыраҡ. Шул арҡала бауырҙың күҙәнәктәре емерелә, эшмәкәрлеген һаҡларға ынтылған бауыр ҙурая башлай һәм үлемесле сир - цирроз башланыуы ихтимал.
Ашҡаҙан-эсәк юлы. Матдә алмашыныуын тьәмин итеүсе, ризыҡты эшкәртеүсе микроорганизмдар һәләк булыу сәбәпле шәкәр диабеты (ҡанда шәкәрҙе үҙләштереүсе инсулин етмәүе) һәм панкреатит (ашҡаҙан һутының етешмәүе) кеүек хроник ауырыуҙар барлыҡҡа килә.
Бөйөр. Хәмерҙәге этанол диурезға (самаһыҙ һейҙек сығарыу) килтерә, шул арҡала организм һыуын артыҡ юғалта,минерал - шыйыҡса тигеҙлеҙе боҙола. Бының һөҙөмтәһе булып тамаҡ ҡороуы, баш ауыртыуы, һәм хәлһеҙлек тора.
Йөрәк. Ал-ял белмәй эшләгән йөрәк мускулдарына баш мейеһенән көйләүсе сигналдар, ҡандан туҡлыҡлы мәтдәләр тейешенсә килеп етмәй. Шул арҡала ҡан баҫымы бәүелә, ҡан тамырҙары ҡалыная, уларға ҡатҡан май күҙәнәктәре ултыра, кардиомиопатия(“хәмер”, йәиһә “үгеҙ” йөрәк) кеүек ауырыуҙар хасил була.
Табиптар раҫлауынса ауыр “бахмурҙағы” кеше бәҙрәфтә шыйыҡса менән бергә мейе, бауыр, ашҡаҙан, бөйөр күҙәнәктәренең үлек ҡалдыҡтарын да ағыҙа.Тимәк, осрашыу мәжлесенең, хушлашыу матәменә әйләнеү ихтималы ҙур.
Хәмерҙе көндә эскән ир-егеттәргә алкоголик булып китеү өсөн 3 йыл, ҡатын-ҡыҙҙарға 5 ай кәрәк тип яҙалар табиптар. Ә инде тән-һөйәктәре, психикаһы нығынмаған йәштәр өсөн хәмер ифрат зарарлы, улар ғүмерлеккә һау – таҙа, кеше булып йәшәү бәхетенән мәхрүм булыуҙары мөмкин.
Интернеттан алынған бер генә һан – бөгөн Рәсәйҙә 3500000 “ташландыҡ” бала иҫәпләнә.
Билдәле булыуынса, күҙәнәктәр даими яңырып, алмашынып тора. Шуның һөгөмтәһендә кеше организмы, уның ағзалары ла яңыра:
Баш мейеһенең еҫ тойоу, яңы мәғлүмәтте үҙләштереү, ят ерҙә яраҡлашыу һәләте өсөн яуаплы күҙәнәктәре генә яңыра. Яҡынса 15-20 миллиард нейрон ғүмер буйы үҙгәрмәй.
Йөрәк күҙәнәктәре ғүмер эсендә 1-2 тапҡыр ғына алмашына ала.
Бауыр тулыһынса 150 көндә яңыра. Әгәр операциянан һуң бауырҙың 20-30 проценты ҡалһа, ул яңынан бөтөн булып үҫә ала.
Үпкәнең һулаған һауа менән бәйләнешкә ингән күҙәнәктәре 2-3 аҙнала, төп күҙәнәктәре (альвеолалары) 11-12 ай эсендә алмашына.
Ашҡаҙандың ризыҡ менән ҡапланасаҡ күҙәнәктәре(эпителийҙары) 5 көн һайын , мускулдары 15 йылда алмашынып тора.
Һөйәк бер туҡтауһыҙ яңыра, тулы алмашыныу өсөн 10 йыл кәрәк.
Ҡан секунд һайын үҙгәреп тора – ул тәндең эске тоторошлоғо(гомеостаз) өсөн яуаплы. Уртаса алғанда ҡан 150 көндә алмашына.
Әммә был алмашыныу организм һау-таҙа булғанда ғына дөрөҫ үтәлә. Дөрөҫ үҙгәрештәр хәмер ҡолдарын урап үтә.
Шулай итеп, күптәр дуҫ, дарыу һанаған хәмер кешенең ҡан дошманы булып сыға. Ул дошманды үҙеңә яҡын ебәрергә ярамай. Үҙеңә генә түгел – ғәиләңә, дуҫтарыңа, милләтеңә.
Аллаһтың мәрхәмәте һәм ризалығы менән киләһе һандарҙа ла кеше организмының дошмандарын да, дуҫтарын да өйрәнеүҙе дауам итәсәкбеҙ әле.