Конгэк
-2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
15 Ғинуар 2018, 15:52

Файҙалы шөғөл

Иң бай баҡса, ҡайҙа тиһегеҙме, әлбиттә, Мәләүездә!

Иң бай баҡса, ҡайҙа тиһегеҙме, әлбиттә, Мәләүездә!
Һикереп төштөм баҡсаға, баҫтым баҡыр аҡсаға, тиҙәрме әле!? Юҡ, аҡса тураһында түгел, ҡала уртаһында әкиәт мөйөшө булдырған гүзәл ханым Рәйсә Кинйәбуҙова тураһында һүҙем.
Тыумышы менән Стәрлетамаҡ районынан. Баласаҡ хәтирәләренең береһе - әсәләренең баҡсала ул ваҡытта бик һирәктәр генә үҫтергән георгин сәскәләре. Ауыл янындағы үҫкән ялан сәскәләренән букет, гербарийҙар эшләргә яратҡан.
Ябай матурлыҡты күрә белеү үҫмерлек осоронда тағы ла камиллаша. Был ваҡытта инде ул төрлө журналдарҙан ҡарап, ҡабатланмаҫ гөлләмәләр эшләргә оҫтара. Туй, тыуған көндәргә сәскә гөлләмәләрен ауылдаштары унан әҙерләтә.
Мәктәпте тамамлағас, махсус урта белем ала һәм хеҙмәт юлын Стәрлетамаҡ ҡалаһында башлай. Һөнәре матурлыҡ тыуҙырыусы түгел, киреһенсә, ҡырыҫ хеҙмәткә арнала - хәрби заводта лаборант булып эшләй.
Яҙмыш уларҙы бынан 16 йыл элек Мәләүезгә алып килә. Тормош иптәше тимер - бетон ҡоролмалары заводында етәксе, үҙе Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайында түңәрәк эштәре алып бара. Күптән башлаған элекке һәләте тағы ла баш ҡалҡыта - ул балаларҙы төрлө ҡул эштәре, матурлыҡ тыуҙырыу оҫталығына өйрәтә.
Бөгөн Рәйсә Мөхәммәт ҡыҙы үҙенең баҡсаһын ысын мөғжизә мөйөшөнә әүерелдергән. Нимә генә үҫмәй ҙә, ни генә юҡ бында! Туя ағасының ғына әллә нисә төрө, сәскәләрҙең әле беҙ белмәгән сорттары, ҡыуаҡлыҡтарҙың телевизор аша ғына күргәндәрен осратырға була. Хатта бәләкәй генә фонтаны ла бар. Әйткәндәй, тап ошонда ҡыр өйрәктәре оя ҡороп, себеш сығарған хатта! Бында ваҡыт үлсәмен юғалтҡандай тояһың, бер мөйөштә, уҙған быуат башында ҡулланылған һауыт-һаба, самауыр, һандыҡ, икенсеһендә заманында әллә күпме аҡса биреп тә табып булмаған велосипедтар стартҡа теҙелгәндәй, балсыҡтан әүәләнгән көршәктәр, тегеү машиналары!
Йорт та нимәһе менәндер музейҙы хәтерләтә. Түшәмгә тейгән сәскәләр, заманса техника менән беҙҙең өләсәйҙәр ҡулланған ҡул тирмәне, сигелгән япма, тағы ла һандыҡтар...
Рәйсә апай тәбиғәте күҙәтергә ярата. Сәскә, дарыу үләндәре йыйып киптерә. Кәзә тота. Йортонда хатта 5-6 бесәй аҫрай. Һатып алған , тоҡомло түгел, кемдәрҙер сығарып бәргән, аҙаштырған, кешегә ышанысы юғалған хайуанҡайҙарҙы тәрбиәләй ул.
Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы уҙғарған, тамашасылар араһында киң танылыҡ яулаған “Бай баҡса” тапшырыуында Рәйсә апайҙың баҡсаһы “Иң матур баҡса” номинацияһында Гран-при алды.
Һүрәттә: Рәйсә Кинйәбуҙова.

Читайте нас: