Ғәҙәттән тыш хәлдәр хәбәр итеүенсә, үткән байрам һәм ял көндәрендә районда ике янғын сығыу осрағы теркәлгән. Икеһендә лә мунса яныуы асыҡланған. Бәхеткә күрә, зыян күреүселәр юҡ. Янғын сығыуҙың төп сәбәбе – мейесте дөрөҫ төҙөмәү һәм ҡулланмау. Шуға күрә, янғын сығыуҙан һаҡланыу өсөн хәүефһеҙлек сараларын күрегеҙ: мейесте ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, бәләкәй балаларға яғырға ҡушмағыҙ, төҙөгән саҡта янғынға ҡаршы ҡоролмаларҙы ҡуйығыҙ.
Шулай уҡ, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев янғынға ҡаршы режимға үҙгәрештәр индерҙе. 2017 йылдың 30 декабрендә сыҡҡан ҡарар 2018 йылдың 8 ғинуарында Хөкүмәт сайтына ҡуйылды. Унда автомобиль юлы аша үткән тимер юлдарын ут сығыуҙан һаҡлауға айырым иғтибар бүленә: хәрәкәт ваҡытында янған әйберҙәр, ҡуҙ, шырпы, тәмәке төпсөктәре ташлау, шулай уҡ үләндәрҙе яндырыу тыйыла, ә сүп-сарҙы йыйыу һәм үләндәрҙе ҡырҡыуҙы ваҡытында башҡарыу талабы ҡуйыла.