ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
23 Ғинуар 2018, 14:44

Һаулыҡ – шатлыҡ, ти ағинәй

Ошо арала үҙенең туҡһан йәшен тултырған Наилә апай Әбдрәшитова хәҙерге тормоштоң матурлығына,муллығына ҡыуанып бөтә алмай, шөкөр итеп, ҡәнәғәт булыпйәшәй. Тормоштоң әсеһен, сөсөһөн күп күргән ул ошо дәүерҙә.

Ошо арала үҙенең туҡһан йәшен тултырған Наилә апай Әбдрәшитова хәҙерге тормоштоң матурлығына, муллығына ҡыуанып бөтә алмай, шөкөр итеп, ҡәнәғәт булып йәшәй. Тормоштоң әсеһен, сөсөһөн күп күргән ул ошо дәүерҙә. Бәләкәй генә Мәләүез ҡалаһында йәш ғаиләлә беренсе булып донъяға килгән Наилә апайға аяуһыҙ һуғыш башланғанда ни бары туғыҙ ғына йәш тулған була. Аталарын оҙатҡан әсә ҡарамағында алты бала ҡала, ә күп тә үтмәй, етенсегә туғандары тыуа. Оло бала булараҡ, көнө-төнө эштә йөрөгән әсәйҙең берҙән-бер ярҙамсыһы була Наилә апай. Кесе туғандарын ҡарау, йорт эштәре, бөтмәҫ мәшәҡәт үҫмер ҡыҙ иңенә ята. Шотт урманында колхоз ерен тапауҙы тыйып, халыҡты ҡыуып йөрөгәндәрен, әсәһе менән урлап ҡына еләк-емеш, сәйгә үлән йыйыуҙарын әле лә әсенеп һөйләй инәй. Атаһы тешләп киткән икмәк киҫәген ҡәҙерләп һаҡлауҙарын, уның һуғыш бөтөп тә ҡайтмауын, көҙ булыуға ғына дүрт-биш бөртөк алма, бер ҡап грузин сәйе һалынған фанер сумаҙан тотоп ҡайтып инеүенең ниндәй бәхет булғанлығын бөгөнгөләй хәтерләй Наилә апай. Тик шатлыҡтары күпкә бармай уларҙың. Нисәмә йылдар йөрөп, тамуҡтан тере сыҡҡан аталары һыуыҡ буранда күрше ауылға аҙмы-күпме арышын йөкмәп, тирмәнгә сығып китә һәм аҙашып туңып һәләк була. Әсәйҙәре Гөлзифаның тырышлығы менән ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуҙарына әйләнгән һайын мәрхүмәгә доғаларын уҡыуын, рәхмәтен әйтеүен оло ихтирам һәм ғорурлыҡ менән һөйләй ул. Ете балаһын да белемле лә, ғаиләле лә итә тырыш әсәй. Наилә апай ҙа үҙ ғаиләһен ҡороп, тормош иптәше Ғиндулла менән илле йылдан ашыу бергә йәшәп, ике ул, ике ҡыҙ үҫтереп, күркәм тәрбиә бирә. Әлеге көндә шул балаларҙың, һигеҙ ейән-ейәнсәренең, биш бөртөк бүләсәһенең килеүен шатланып көтөп алып, ҡәҙер-хөрмәтен күреп, үҙ йортонда йәшәй ул. Байлыҡ - шатлыҡ түгел, һаулыҡ шатлыҡ, ти ағинәй.
Матур итеп Ҡөръән сүрәләре, аяттар уҡыған, яманлыҡтың ни икәнен белмәгән, көләс йөҙлө, яҡшы һүҙле Наилә апайҙы ғүмер байрамы менән күрше-тирәһе, бөтә Көршәкселәр урамы ысын күңелдән ҡотлай һәм апайға иҫән-имен булып, үҙ аяғында йөрөп, бөгөнгөләй ҡәҙер-хөрмәттә йәшәүен теләй.
Хәлиҙә ШӘЙӘХМӘТОВА.
Автор фотоһы.
Читайте нас: