“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы - 2018” төбәк-ара конкурсының муниципаль этабы старт алыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Мәғлүм булыуынса, унда өс уҡытыусы үҙенең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Алға китеп булһа ла, шуны билдәләп үтәйек: педагогтарҙың өсөһө лә, атап әйткәндә, Һарыш мәктәбенән Зинира Латипова, Первомайҙан Әлиә Ғөбәева, 8-се мәктәптән Гөлнәзирә Рәхмәтуллина үҙҙәрен ижади һәләтле, заманса технологиялар ҡулланған, уҡытыу методикаһын камиллаштырыу өҫтөндә даими эшләгән, эҙләнеүсән һәм киң ҡарашлы уҡытыусы итеп күрһәтте.
Райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында талантлылар бик күп. Был хаҡта мәғариф идаралығы методисы Вилиә Фәхретдинова ла сараның икенсе этабын асыу тантанаһында билдәләп үтте.
Педагогтарҙың эш һөҙөмтәләре тураһында йыл һайын төрлө кимәлдәге ижади һәм һөнәри конкурстарҙа, уҡыусыларының предмет буйынса олимпиадаларҙа, фестивалдәрҙә, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа юғары күрһәткестәргә өлгәшеүе һөйләй. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” төбәк-ара һөнәри конкурстарҙа уңышлы сығыш яһап, лауреат исемен яулағандар, номинацияларҙа еңгәндәр бар.
-Мәғариф министрлығында, Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында йыш ҡына иң яҡшы уҡытыусылар Мәләүездә икәнлеген ишетергә тура килә. Был, ысын мәғәнәһендә, һеҙҙең тырыш хеҙмәтегеҙгә ҙур баһа, - тине Вилиә Марат ҡыҙы.
Һөнәри конкурста ҡатнашҡан педагогтарҙың да район мәғарифын үҫтереүгә индергән өлөшө ҙур. Гөлнәзирә Рәхимйән ҡыҙы йәш быуынға илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүгә етди иғтибар бүлә. Түңәрәк эше алып бара, уҡыусылары менән төрлө конкурстарҙа, ярыштарҙа ҡатнашып, еңеү яулай. Үткән уҡыу йылында республиканың 50 иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте, урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары иҫәбенә инде.
Әлиә Фәнис ҡыҙының уҡыусылары ла Республика көнөнә арналған иншалар конкурсында, “Минең телем – хаҡлыҡ теле” акцияһында, шиғырҙар ярышында маҡтаулы урындар яулаған.
Зинира Ринат ҡыҙының уҡыусылары “Урал батыр” эпосы буйынса сәсәндәр, “Туҡай моңо” конкурстарында, “Шаяниум” шаттар һәм тапҡырҙар уйынында призлы урындарға лайыҡ булған.
Ике көн дауамында барған конкурс башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн ҙур тәжрибә майҙансығына әүерелде.
Конкурс Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы уҡыусылары менән асыҡ дәрес биреү менән башланды. Артабан уҡытыусылар дәрестәренә анализ яһаны, портфолиоларын яҡланы.
Икенсе этап та ошо гимназияла үтте. Иң беренсе, конкурсанттар башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың телмәрен, ижади һәләтен үҫтереү, психологик комфорт тыуҙырыу, темаларына оҫталыҡ дәресе бирҙе.
“Мәғарифтағы минең инициативам” конкурсында дәрестә ниндәй технологик алымдар, заманса ысулдар ҡулланыуы, эш һөҙөмтәләре, ғөмүмән, белем биреү сифатын күтәреүгә һәм мәғарифҡа индергән хеҙмәте тураһында сығыш яһаны.
Быйыл Башҡортостанда Ғаилә йылы иғлан ителеү менән бәйле, “Ғаилә менән мәктәптең бәйләнеше” темаһына проект яҡланылар.
Шулай итеп, быйыл “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсының муниципаль этабында иң юғары мәрәй йыйып, 8-се мәктәп уҡытыусыһы Гөлнәзирә Рәхмәтуллина еңеүсе булды. Икенсе урынға Первомайҙан Әлиә Ғөбәева, өсөнсөгә Зинира Латипова сыҡты. Конкурсанттар мәғариф идаралығы Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. Еңеүсе сараның төбәк-ара турында район намыҫын яҡлаясаҡ. Әйҙәгеҙ, уға уңыштар теләйек.
Һүрәттә: Зинира Латипова, Әлиә Ғөбәева, Гөлнәзирә Рәхмәтуллина.