Прокуратура, эске эштәр бүлеге, үҙәк дауахана һәм башҡа органдар тарафынан 2017 йылда профилактика эштәре башҡарылды һәм енәйәт эштәре асыҡланды.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше буйынса 104 енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Шуларҙың 42-һе ҡануниәттең 228, 232, 234-се, ә 62-һе 228.1-се статьяһына ярашлы асылған. 36 енәйәт эше судҡа ебәрелеп, хөкөм ҡарары сығарылған. 5,7 килограмм наркотик, психотроп матдәләр тартып алынған.
Прокуратура наркотиктарҙың әйләнешендә ҡануниәттең үтәлешен күҙәтеү буйынса әүҙем эш алып бара.
Шулай уҡ, прокуратура тарафынан дауахана учреждениеларында, эске эштәр бүлегендә 11 профилактика тикшереү эше алып барылған. Һөҙөмтәлә 5 ҡануниәтте боҙоу осрағы теркәлгән, 4 вазифалы шәхес дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Прокуратура тәүтикшереү органдары тарапфынан енәйәт эше буйынса тикшереүҙә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы бөтөрөүгә яҙма күрһәтмә бирә. Законды күҙәтеү һәм етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү маҡсатында 3 етәксе дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған. Шулай уҡ, прокуратура тарафынан тикшерелмәй ҡалдырылған 2 енәйәт эше асыҡланған.
С. Щекатуров, прокурор ярҙамсыһы.