Ғәфүр Ибраһимов 1963 йылда Шәрип ауылында тыуа. Арыҫлан урта мәктәбен тамамлағас, «Нөгөш» колхозында эшләй. Күп тә үтмәй, Күмертауҙа водитель һөнәрен үҙләштереп, 1981 йылда хәрби хеҙмәткә алына. Өфөнән тәүҙә Балтик буйына Эстонияға Сааремаа утрауының Кингисепп ҡалаһына уҡырға ебәрелеп, элемтә ротаһы отрядында водитель-электромеханик булып хеҙмәт итә. Артабан, Ригаға күсерелә. Артабан 4 кешенән торған иң яҡшылар иҫәбендә булған экипажды Дүшәмбегә оҙаталар. Самолет менән Ашхабадҡа, Ашхабадтан Ҡабулға, унан вертолет менән Гардезға осалар. Әлбиттә, улар береһе лә был хаҡта белмәй. Йәшерен ғәскәр булараҡ, хәрби форма уларға бирелмәй, уларға ла, офицерҙарға ла исем генә менән өндәшәләр. Төп бурыстары элемтәселәрҙе, радистарҙы электр энергияһы менән тәьмин итеү була.
«Йәш саҡ, уны быны аңламаған ваҡыт. Афғанстанға барып эләккәс, тиҙ генә өйрәнеп киттем. Иҫләйем, ай һайын Ҡабулға аҙыҡ-түлек артынан йөрөнөк. Урындағы халыҡтың йәшәү шарттарынның насар икәнлеген күреп аптырай торғайныҡ. Төрлө килеп сыҡҡан хәлдәргә әҙер инек»,- тип хәтирәләре менән уртаҡлаша Ғәфүр Сөнғәт улы.
1983 йылдың декабрендә хәрби хеҙмәтен үтәп, тыуған иленә әйләнеп ҡайта. Мәләүездә водитель булып 9-сы автобазала хеҙмәт юлын башлай. Бөгөнгә тиклем Мәләүез АТП-һында автослесарь моторист булып эшләй. Ҡатыны Гөлсирә Йәһүҙә ҡыҙы менән ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Өлкәндәре Филүс Башҡорт дәүләт университетын бөтөп, етәксеһе булып уңышлы эшләп йөрөй. Өйләнгән, ҡыҙ үҫтерәләр. Кеселәре Вадим Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған.