Конгэк
-1 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
13 Февраль 2018, 17:18

Тыуған ил алдындағы бурысын намыҫлы үтәнеләр

Туғыҙ йыл дауам иткән һуғышта Советтар союзы 15 мең һалдат һәм офицерын юғалтты. Афғанстанға Башҡортостандан 9,5 мең самаһы хәрби хеҙмәткәр йүнәлтелгән, шуларҙың 334-е һәләк булған, алтыһы хәбәрһеҙ юғалған.

Бынан 29 йыл элек, 1989 йылдың тап 15 февралендә Афғанстандан һуңғы ғәскәрҙәр сығарыла. Туғыҙ йыл дауам иткән ҡәһәрле һуғыш күп һалдаттарыбыҙҙың башына етә. Ата-әсәләрҙең улын, ҡатындарҙың ирен, балаларҙың аталарын юғалтыуы өсөн кем яуап бирер? Кемгә кәрәк булды ул ошо һуғыш? Һорауҙар күп, тик яуап ҡына юҡ. Шуға ҡарамаҫтан Афған еренә эләккән һәр кем антын боҙмай, Ватан алдында хәрби бурысын намыҫлы үтәне.
Шуларҙың береһе - Вера Тлегенова. Ул 1981 йылда Афғанстанға военкоматтан йүнәлеш буйынса эшкә ебәрелә. Унда йәшерен хат алышыу буйынса машинистка булып хәрби часта Ҡабулдың үҙендә хеҙмәт итә. Сит ил, һуғыш ҡайнай, әммә йәш ҡыҙҙы был ҡурҡытмай. Илебеҙ яҙмышы өсөн үҙ өлөшөн индереү теләге көслө була. Ул - Мәләүез районынан Афғанстанда булған берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ.
«Беҙ бөтәбеҙ ҙә һуғыштың ни тиклем аяныслы икәнен аңлай инек. Тик ҡурҡып ултырырға форсат та, ваҡыт та юҡ. Үҙебеҙҙең эште бөткәс, госпиталдә медперсонал етмәү сәбәпле уларға ярҙам итә торғайныҡ. Яралыларҙы күреп, улар өсөн әсенеп йөрәк әрней. Иң ҡурҡынысы –хәрби бурысын үтәгән саҡта һәләк булғандарҙы цинк табутында Тыуған илгә ҡайтарыу булды”, - тип хәтирәләре менән уртаҡлаша Вера Александровна.
Ике йылдан һуң, 1983 йылда Тыуған иленә әйләнеп ҡайта. Кейәүгә сығып, ике ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Өлкәндәре Руслан әлеге көндә Санкт-Петербургта йәшәй. Кеселәре Вадим Мәскәү хәрби университетын тамамлап, офицер булып хеҙмәт итә. Әсәһе һымаҡ хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша.
Вера Александровна әлеге көндә хаҡлы ялда. Бергә хеҙмәт иткән Украинанан, Балтика буйынан хеҙмәттәш ҡыҙҙарын һағынып һөйләй.
Берәүҙе лә аямаған осорға 30 йылға яҡын ваҡыт үтһә лә, уның ауазы ҡолаҡтарҙа сыңлай һымаҡ. Бер ғәйепһеҙ һәләк булғандарҙың яҡты иҫтәлеге киләсәк быуын хәтерендә мәңге һаҡланыр.
Фото ғаилә архивынан алынды.
Читайте нас: