Егеттәр хәрби хеҙмәткә әҙерлеген күрһәтте
“Батыр” спорт клубында ауыл биләмәләре йәштәр командалары араһында “Йәгеҙ әле, егеттәр!” байрамы үтте.
Унда спортсылар оҙонлоҡҡа һикереү, кәүҙәне иҙәндән һәм турникта күтәреү, арҡан тартышыу, ҡаршылыҡтар һыҙатын үтеү, йүгереү һәм автоматты һүтеп йыйыуҙа ярышты. Һөҙөмтәлә яҡшы физик әҙерлек һәм күнекмә күрһәтеп, Воскресенский ауыл биләмәһе командаһы еңеүсе исемен яуланы. Икенсе-өсөнсө урындарға Арыҫлан һәм Нордовка спортсылары сыҡты. Маҡтаулы урынға сығырға шевченколарға бер генә мәрәй етмәне.
Борис Павлов, ярыштың баш судьяһы.
Көйөргәҙе районында XX республика мәктәп уҡыусылары спартакиадаһы иҫәбенә волейбол ярышында район намыҫын Ергән, Первомай, Воскресенский һәм Корнеевка мәктәптәре уҡыусылары яҡланы.
Һөҙөмтәлә ҡыҙҙар командаһы икенсе урын яуланы. Ә үҫмерҙәр еңеүсе исемен алып, Стәрлетамаҡта финал ярышында ҡатнашасаҡ.
Ҡырмыҫҡалы районында генерал Миңлеғәли Шайморатов иҫтәлегенә ойошторолған көрәш буйынса Башҡортостан беренселегендә беҙҙең спортсылар уңышлы сығыш яһаны.
Үҙ ауырлыҡ төркөмөндә Булат Кавданғәлиев, Марсель Фәйзуллин (Богородское), Рамаҙан Юлмөхәмәтов (Смаҡ) еңеүсе исеменә лайыҡ булды. Улар Ҡаҙанда үтәсәк Рәсәй беренселегендә республика йыйылма командаһы составында көрәшәсәк.
Марсель Мырҙагилдин – икенсе, Арыҫлан Әлимғужин (икеһе лә Смаҡтан), Динис Иманаев (Богородское) өсөнсө урынға сыҡты. Шулай уҡ Флорид Муртазин, Айгиз Байғужин (9-сы гимназия) юғары һөҙөмтә күрһәтте.
Фәнүр Ғәйнетдинов, спорт мәктәбе директоры.