Уҡыусыларҙы әһәмиәтле ваҡиға менән район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, Мәләүез, Федоровка райондары, Мәләүез ҡалаһы хәрби комиссар Рөстәм Ҡантимеров, мәғариф идаралығы начальнигы урынбаҫары Эльза Хужәхмәтова, 4-се мәктәп директоры Юрий Зайцев, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, атай-әсәйҙәр ҡотланы. Улар үҫмерҙәргә оло быуындың ҡаһарманлығы өлгөһөндә Тыуған илдең ысын илһөйәрҙәре булып үҫеүҙәрен, Рәсәй кадет хәрәкәтенең матур традицияларын дауам итеүҙәрен, Ватанды яратыуҙарын, ғәҙел булыуҙарын теләне. Кадеттар, үҙ сиратында, намыҫлы булырға, кадет исемен лайыҡлы йөрөтөргә һүҙ бирҙе.
Уҡыусылар был сараға уҡыу йылы башланғас та әҙерләнә башлай. Биш айҙа улар күп нәмәгә өйрәнгән. Физик күнекмәләр һәм кадет антын ятлауҙан тыш, улар стройҙа йөрөй белә, ҡорал менән танышҡан. Уларҙың күрһәтмә сығыштары ла шуны дәлилләне. Бынан тыш, улар уҡыуҙа ла һынатмай, спорт буйынса ла юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. Кадеттар шулай бәләкәйҙән үҙҙәрен хәрби хеҙмәткә әҙерләй. Тимәк, киләсәктә илебеҙҙең Ҡораллы Көстәр сафын тулыландырырҙай лайыҡлы алмаш үҫә.