Уҙған йыл районда дәүләт проекттарын ғәмәлгә ашырыуға ҙур иғтибар бирелде. Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов эш сәфәре менән булғанда ошо йүнәлештәге эш һөҙөмтәләре менән яҡындан танышты. Район Хакимәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов оҙатыуында делегация район өсөн мөһим тип һаналған социаль объекттарҙа булды. Гагарин исемендәге парк һәм Воскресенский ауыл дауалау амбулаторияһы - ошо исемлектә. Уҙған йыл уларҙы төҙөкләндереү һәм ремонтлауға республика бюджетынан аҡса бүленгәйне.
Сәфәрҙең икенсе туҡталышы - Воскресенский ауылындағы врач амбулаторияһы. 1874 йылда нигеҙ һалынған бина капиталь ремонт, төҙөкләндереү талап итә ине. Яҡын-тирәләге ауыл халҡы дауаланыу өсөн тап ошонда мөрәжәғәт итә. Уҙған йыл республика бюджетынан бүленгән аҡсаға йылы һәм һыуыҡ һыу, йылытыу системаһы, тәҙрәләр, канализация селтәрҙәре алмаштырылған. Бында заманса процедура, бәй һалыу, акушер, теш дауалау, йылытыу, функциональ диагностика бүлмәләре бар. Электр селтәрҙәре, ҡыйыҡ та яңыртылған.