Рәсәй Президентын һайлауға тауыш биреү бюллетендәре әҙерләү дауам итә. Башҡортостанда 3 миллиондан ашыу әҙерләнәсәк. Улар урыҫ, башҡорт, татар телендә баҫыла. Һайлау бюллетене махсус элементтар ярҙамында һаҡлыҡ сараһы менән йыһазландырыла.
Мәләүез район-ҡалаһы буйынса исемлектә 63 меңдән ашыу һайлаусы иҫәпләнә, шуларҙың меңдән ашыуы тауыш биреүҙә беренсе тапҡыр ғына ҡатнаша, уларға иҫтәлекле бүләк тапшырыласаҡ.