Район-ҡала белем биреү учреждениеларында Халыҡ-ара туған телдәр көнө айҡанлы бик күп сара үтте.
Баланың теле ғаиләлә асыла, тел, рух төшөнсәһе уның аңына атай-әсәһенән бирелә. Шуны күҙ уңында тотоп һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Ғаилә йылы сиктәрендә уҡытыусылар асыҡ дәрестәр, флэшмобтар, конкурстарға атай-әсәйҙәрҙе, өләсәй-олатайҙарҙы ла йәлеп итеүгә ҙур иғтибар биргән.
4-се мәктәптең туған тел уҡытыусылары ла “түңәрәк өҫтәл” ултырышына әсәйҙәр һәм өләсәйҙәрҙе саҡырғайны. Иң тәүҙә уҡыусылар донъя әҙәбиәтендә мөһим роль уйнаған күренекле шағирҙар Баязит Бикбай, Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева, Мостай Кәрим, Ғабдулла Туҡай, Яков Ухсай һәм башҡаларҙың башҡорт, татар һәм сыуаш телдәрендәге билдәле шиғырҙарын яттан һөйләп ишеттерҙе.
“Түңәрәк өҫтәл” тарафынан туған һәм сит телдәр өйрәнеүҙең әһәмиәте тураһында күп ҡыҙыҡлы фекерҙәр яңғыраны. Бөгөнгө алдынғы технологиялар заманында күп тел белеү бик мөһим. Был берҙән аралашыу сиктәрен киңәйтһә, икенсенән, ғалимдар билдәләүенсә, мейе эшмәкәрлеген яҡшырта. Был хаҡта үҙешмәкәр шағирә Наилә Әйүпова үҙенең сығышында әйтеп үтте.
Өлкән һәм урта класс уҡыусылары Азалия Сыңғыҙова, Динә Фәйзуллина, Айгөл Яҡшыбаевалар туған телдең аралашыу сараһы ғына түгел, ә уның кешенең ниндәй халыҡ вәкиле булыуын күрһәтеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Сығыш яһағандарҙың бөтәһе лә туған телде һаҡлау, уның ҡулланыу даирәһен киңәйтеү тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Сара һуңында директорҙың уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары Айгөл Фәйзуллина туған телдәрҙе өйрәнеүҙә ҙур тырышлыҡ һалған, башҡорт, татар, сыуаш теле буйынса үткәрелгән конкурстарҙа, олимпиадаларҙа юғары һөҙөмтә яулаған уҡыусыларҙы Маҡтау грамоталары менән бүләкләне. Балаларына күркәм тәрбиә биргән, туған телгә һөйөү тәрбиәләгән атай-әсәйҙәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фидалиә Ғиләжева алып барған сара балалар күңелендә лә, ололарҙа ла йылы тәьҫорат ҡалдырҙы.
Һүрәттә: Туған телдәр буйынса төрлө кимәлдә юғары һөҙөмтәгә өлгәшкән бер төркөм уҡыусылар.