ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
6 Март 2018, 13:23

Тәрбиәсе яҡты ҡояш кеүек, күңелдәрҙе наҙлап йылыта

Был һөнәр ысын мәғәнәһендә балаларға һөйөү, ихтирам талап итә, сөнки тап балалар баҡсаһында алған тәрбиә нигеҙе уның киләсәк тормошона нигеҙ һала. Тәрбиәсе – ул эш ваҡытында балаларҙы ҡарап тороусы ғына түгел, ә сабыйҙы үҫтереүсе, тирә-яҡ мөхиткә, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүсе, аҡылын камиллаштырыусы, тәртипкә өйрәтеүсе, йә иһә бәләкәсте шәхес итеп формалаштырыусы кеше.

8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө
Тәрбиәсе яҡты ҡояш кеүек, күңелдәрҙе наҙлап йылыта
Был һөнәр ысын мәғәнәһендә балаларға һөйөү, ихтирам талап итә, сөнки тап балалар баҡсаһында алған тәрбиә нигеҙе уның киләсәк тормошона нигеҙ һала. Был осорҙа балала тәбиғәткә, тирә-йүнгә, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләнә, ул яҡшылыҡты яуызлыҡтан айыра белергә, дуҫтар табырға өйрәнә.
Ошондай һөнәр эйәләренең береһе, үҙ эшен яратып башҡарған 15-се “Гүзәл” балалар баҡсаһының “Ҡояшҡай” төркөмө тәрбиәсеһе - Лилиә Ғиндулла ҡыҙы Шәрипова. Изге йөрәкле, саф күңелле ҡатын тәрбиәсе һөнәрен ғүмерлек юлдашы итеп һайлай.
Ул йәмле Нөгөш буйында урынлашҡан Шәрип ауылында тыуып үҫә. 1-се һанлы Өфө педагогия училищеһының мәктәпкәсә балаларҙы тәрбиәләү факультетын тамамлағас, һөнәре буйынса урыҫ төркөмөндә эш башлай. 80-се йылдарҙың аҙағы – 90-сы йылдарҙың башында балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре асылғас, башҡорт төркөмөндә эшен дауам итә. Ҡала мөхитендә үҫкән балаларға телгә, Тыуған илгә, халҡына ҡарата һөйөү тәрбиәләй.
Был төркөмдә саф башҡорт телендә иртәлек, шәжәрә байрамы, һабантуйҙар үткәрелә. “Ҡурайсы”, “Тирмә”, “Аҡ тирәк - күк тирәк” уйындарын уйнау, төрлө-төрлө тел төҙәйткестәр, һанашмаҡтар, әүрәткестәр өйрәтеү һәм ҙур булмаған башҡорт әкиәттәрен сәхнәләштерергә өйрәтеү – уларҙың төп йүнәлештәре.
“ Баланың теле асыла башлағас та башҡортса шиғырҙар ятлаттырабыҙ, ә улар үҙ сиратында башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Әгәр ҙә беҙҙең балалар баҡсаһынан һуң тәрбиәләнеүселәребеҙ Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһына уҡырға китһәләр - беҙҙең өсөн ҡыуаныслы хәл,”- ти Лилиә Ғиндулла ҡыҙы.
26 йыл тәрбиәсе булып эшләү осоронда хеҙмәттәштәре, ата-әсәләр араһында абруй ҡаҙанған. Төркөмдәге һәр бала уға ҙур ихтирам менән ҡарай. Кескәйҙәрҙең һәр береһенә тигеҙ ҡарап, үҙ йылыһын биргән Лилиә Ғиндулла ҡыҙы оло маҡтауға лайыҡ.
Улы Радик һәм ҡыҙы Әлфиә лә башҡорт балалар баҡсаһына йөрөп, башҡорт мәктәбендә уҡып, һәр береһе тормошта үҙ юлдары тапҡан.
Йәмғиәтебеҙҙә тәрбиәселәр роле бик ҙур, сөнки улар балаға донъя тураһындағы тәүге һабаҡтарҙы биреүселәр.
Мәктәпкәсә йәштә - бала шәхес булып формалаша, уның һаулығына нигеҙ һалына, шуға ла бәләкәстең киләсәк яҙмышы тәрбиәсенең аҡылына, сыҙамлығына, баланың эске донъяһына, иғтибарына бәйле.

Читайте нас: