Конгэк
-2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
10 Март 2018, 14:19

Тырыштарға уңыш юлдаш

Аграрий һәм малсыларҙың эш һөҙөмтәһе һауа торошона бәйле, тип ҡабатларға яратһаҡ та, ауырлыҡтар алдында баҙамаған, башлаған эшен аҙағына еткергән ир-егеттәребеҙ менән осрашып һөйләшкәндән һуң бының төптө дөрөҫ түгеллегенә ышанаһың.

Аграрий һәм малсыларҙың эш һөҙөмтәһе һауа торошона бәйле, тип ҡабатларға яратһаҡ та, ауырлыҡтар алдында баҙамаған, башлаған эшен аҙағына еткергән ир-егеттәребеҙ менән осрашып һөйләшкәндән һуң бының төптө дөрөҫ түгеллегенә ышанаһың.

“Әлимғужин” фермер хужалығы етәксеһе Салауат Ишбулат улы үҙ эшен асыу тураһында 2011 йылда ҡарар ҡабул итә. Тейешле документтар юллап, бер йыл уҙғас, пай ерҙәренән тупланған 300 гектар майҙанда үҫемлекселек менән шөғөлләнә башлай. Быға тиклем дә хеҙмәт биографияһы ауыл хужалығы менән ныҡлы бәйле булыуы көс өҫтәгәндер. Бөгөн сәсеүлектәр майҙаны - 850 гектар. Шәрип, Смаҡ, Исламғол, Яңауыл халҡы, фермерға ышаныс белдереп, үҙ ерҙәрен тапшырған. Биләмәлә тағы ла 3 фермер эшләүен күҙ уңында тотһаң, пайсыларҙы ситкә ебәрмәҫ өсөн эште сифатлы ойоштороу мөһимлеген аңлайһың.
Ижади төркөм барғанда Салауат ағай келәттә культураларҙың нисек ҡышлауын тикшереү менән мәшғүл ине. Орлоҡҡа тип һаҡлауға һалғандары ла, сығымдарҙы ҡаплау өсөн һатыуға тәғәйенләнгәндәре лә яҡшы торошта. Өйөм-өйөм ятҡан орлоҡтарҙы быйыл бер ҙә булмаған ҡар һырынды менән сағыштырҙым. “250 гектар майҙанда көҙҙән сәселгән ужымдың уңышлы ҡышлауына ышанабыҙ. Уны крәҫтиәндең өмөтө тиһәң дә була. Яҙ техник культураларға өҫтөнлөк бирәсәкбеҙ - 150 гектарҙа көнбағыш, 50 гектарҙа борсаҡ, бынан тыш 100 гектар бойҙай, һоло, арпа сәсеү күҙаллана. Ер килем, файҙа килтеререгә тейеш, ә бының өсөн уны ашлау, агросараларҙы ваҡытында башҡарыу, сәсеүлектәр әйләнешен һаҡлау талап ителә”, - тип маҡсаттары менән уртаҡлашты эшҡыуар.
Салауат ағай үҫемлекселек менән малсылыҡты бергә алып бара. Был ысул тармаҡтың килемле эшләүе, үҫешенә булышлыҡ итеүе сер түгел. 2014 йылда Тәүәкәндән һатып алынған тоҡомло малды үрсетеп, бөгөн уларҙың һанын 75-кә еткергән, ҡышҡы үрсем алыу уңышлы дауам итә.
Сафҡа тапшырылыуына күп ваҡыт үткән малсылыҡ объекттары даими ремонт, технологиялар яңыртыу талап итә. Бөгөн атайҙарының уң ҡанаты - улдары Руслан һәм Айрат, йәш белгестәр тармаҡты үҙ иткән. 25 баш һауын һыйырын Айрат һәм килендәре Динара тәрбиәләй. Көндәлек һауым 270 литр тәшкил итә, уны урындағы комбинаттан килеп алалар, тик ваҡытында иҫәпләшмәүҙәре эшкә аяҡ сала. Ә бөтәһенә лә аҡса кәрәк: эш хаҡы түләүгә, яғыулыҡ-майлау материалдары, ашлама, запчасть һатып алыуға, һанай китһәң, килеменә ҡарағанда сығымы күп һымаҡ.
Киләсәккә маҡсаттары асыҡ Әлимғужиндарҙың: мал һанын, малсылыҡ объекттарын арттырыу, ауылдаштарын эш урындары менән тәьмин итеү, төрлө йүнәлештә бағымсылыҡ ярҙамы күрһәтеү һәм, әлбиттә, яңы техника һатып алыу. Бөгөн машина-трактор паркында миҙгел эштәрен үҙ көсө менән атҡарыу өсөн тейешле техника тупланған. Әлбиттә, үҫеш юлынан барған фермер улар менән генә сикләнеп ҡалмай, мал аҙығы әҙерләү өсөн дә заманса техника алыуҙы хәстәрләй.
Бына ошондай маҡсаттар менән йәшәй ябай ауыл крәҫтиәне. Уға уңыштар юлдаш булһын, тип теләйек.
Һүрәттә: Салауат Әлимғужин культураларҙың сифаты менән ҡәнәғәт.
Автор фотоһы.
Читайте нас: