Конгэк
-7 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
24 Март 2018, 17:35

Уңғандың эше һәр ваҡыт уң

Аҡназар ауыл клубы мөдире Наилә Күсәрбаева ауылдаштары күңелен моңло тауышы менән генә түгел, ә ихласлығы, ярҙамсыллығы, уңғанлығы менән дә арбай.

Аҡназар ауыл клубы мөдире Наилә Күсәрбаева ауылдаштары күңелен моңло тауышы менән генә түгел, ә ихласлығы, ярҙамсыллығы, уңғанлығы менән дә арбай.
Лайыҡлы хөрмәт ҡаҙана ул тыуған ауылында. Эше менән дә, ғаиләһе менән дә һоҡланғыс ҡатын, тиҙәр уның хаҡында. Район Хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге лә уның эшен тик яҡшы яҡтан билдәләй. Тырыш хеҙмәте тармаҡтың, шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән.
Наилә Үҫәрбай ҡыҙы - һөнәре буйынса аяҡ кейеме тегеүсе. Әммә уға уның буйынса бер көн дә эшләргә тура килмәй. Ҡаланың 42-се һөнәрселек лицейын тамамлап, ҡулына диплом алғас та, тыуған ауылындағы ун бер балалы ғаиләгә килен булып төшә. Хеҙмәт биографияһын һауынсы булып башлай. Ваҡытлыса тип кенә урынлашһа ла, һөтсөлөк фермаһында ун биш йыл эшләргә насип була уға. Шул арала тормош иптәше Айҙар менән бер-бер артлы дүрт балаға ғүмер бирәләр, әле 5 ейән-ейәнсәре бар.
-Һауынсы эше миңә ят түгел ине, сөнки әсәйем 35 йыл һыйыр һауҙы. Бер-беребеҙгә ярҙам итеп бергә эшләнек. Ә өйҙә ҡайным менән ҡәйнәмдең таянысы ныҡ булды. Улар балаларҙы ла ҡарашты, йорт һалғанда ла булышты. Атай-әсәйле, балаларыбыҙҙың өләсәй-олатайлы булыуы менән бик бәхетле булдыҡ, - ти Наилә.
Булмышы менән иһә мәҡәләбеҙ геройы - йырсы. Йырлы-моңло ҙур ғаиләлә үҫкән ул. Үҙенсәлекле моңло тауышы менән тәүҙә мәктәп, һуңынан лицей һәм ҡала сәхнәһендә сығыш яһай, ҡумыҙҙа уйнай.
2008 йылда уға ауыл клубын етәкләргә тәҡдим итәләр. Күңеленә яҡын эштән баш тартмай ҡатын һәм бына ун йыл үҙенең яратҡан эше менән мәшғүл. Клубта эшләү йырлап күңел асыу, байрам ойоштороу ғына түгел. Ул, иң беренсе, ижтимағи, мәҙәни-ағартыу эштәрен алып барыу, халыҡты үҙең артыңдан эйәртеү, сәнғәткә, сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү ҙә. Шуға күрә хеҙмәткәргә бөтә яҡлап, әсәй, хужабикә, ир ҡатыны булараҡ, өлгө булырға тырышырға тура килә.
Мәҙәниәт - кешенең, йәмғиәттең үҫеш кимәлен, рухи байлығын, ғөрөф-ғәҙәттәрен күрһәткән факторҙарҙың береһе. Киләһе быуынға уны нисек еткереү, һис шикһеҙ, ошо өлкәлә эшләгән һөнәрмәндәргә бәйле. Шуға ла халҡыбыҙ йолаларын, мәҙәниәтен нисек бар, шулай сағылдырырға тырыша Наилә Күсәрбаева. Байрамға әҙерләнгәндә кешенең донъяға ҡарашын, аң даирәһен киңәйткән, эстетик зауыҡ тәрбиәләгән күренештәргә иғтибар бирә. Район-ҡаланың мәҙәни-ижтимағи тормошонда, конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша.
Балалары, хәләл ефете ярҙамында йортон да ысынъяһау итеп тоторға, өс һыйыр һауып, уның ағын эшкәртергә, ҡалаға килеп ҡорот, ҡаймаҡ, һөт һатырға ла өлгөрә ул. Уңғандың бөтә эше уң, тигән әйтем бар халҡыбыҙҙа. Наилә Үҫәрбай ҡыҙы ла нимәгә тотонһа ла, эше уңышлы килеп сыға, сөнки янында һәр ваҡыт дәртләндереүсе, илһамландырыусы яҡындары, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер ауылдаштары бар. Уй-ниәттәре тик ыңғай, шуға ла һәр эше ырай.
Һүрәттә: Аҡназар ауыл клубы мөдире Наилә Күсәрбаева.
Автор фотоһы.
Читайте нас: