Район буйынса ВИЧ-инфекцияның эпидемология торошо
Мәләүез районында 2000 йылдан алып лаборатория юлы менән 746 кешенең ВИЧ-инфекция йөрөтөүе асыҡланған. Бөтә күҙәтеү осоронда 250-һе яҡты донъя менән хушлашҡан (2015 йылда - 24, 2016 йылда - 32, 2017 йылда 33 пациент вафат булған).
2016 йыл аҙағында 474 кеше диспансер иҫәптә торған. Шуның 271-е - ир-егет, 203-ө - ҡатын-ҡыҙ .
2017 йылда вирус йөрөткән 61 кеше иҫәпкә алынған. Шул иҫәптән 35-е - ир-егет, 26-һы - ҡатын-ҡыҙ. Инфекциялыларҙың 21-е ауылдан, 40-ы ҡаланан булыуы билдәләнгән.
Таралыу юлдарына килгәндә енси бәйләнеш аша күсеү осрағы күберәк теркәлгән. Ул дөйөм һандың 71 процентын тәшкил итә, ҡан тамыры аша - 27 процент, әсәнән сабыйға күсеү - 0,93 процент. Билдәһеҙ юл менән - 1,07 процент. ВИЧ-инфекция күберәк эшләмәгән кешеләр араһында таралған.
Былтыр инфекция йөрөткән әсәләрҙән 7 бала тыуҙы.
Быйыл йыл башынан 5 кеше иҫәпкә ҡуйылды.
2008-2017 йылдарҙа ауырыу динамикаһы
ВИЧ-инфекцияһы тураһында нимә беләһегеҙ?
Иҫкәртеү эше киң йәйелеүгә ҡарамаҫтан, ВИЧ-инфекцияһы таралыу темпы кәмемәй. Быйыл республикала ике айҙа 476 кешенең вирус йөрөтөүе асыҡланған. Айырыуса түбәндәгеләр хәүеф төркөмөндә:
-“укол”да ултырған наркомандар;
-бәйһеҙ, әхлаҡһыҙ тормош алып барғандар;
-реципиенттар, йәғни кеше ҡанын һалдырғандар, ағзаһын, туҡымаһын күсерткәндәр;
-инфекциялы кешенән һуң медицина инструменттарын ҡулланғанда;
-вируслы кешенең ҡанын һалдырғанда;
-ауырыу кеше менән енси бәйләнешкә ингәндә;
-вирус йөрөтөүсе ҡатын бала тапҡанда йәки имеҙгәндә. Әйткәндәй, ғинуар-февралдә Башҡортостанда инфекциялы 100 ауырлы ҡатын теркәлгән. Шуның 66-һы бала тапҡан.
-татуировка, маникюр, педикюр, пирсинг кеүек косметология процедураларын эшләткәндә;
-сирле кешенең ҡырыныу әйберҙәрен, теш щеткаһын ҡулланғанда.
ВИЧ-инфекцияһы түбәндәге осраҡтарҙа күсмәй:
-йүткергәндә, сөскөргәндә;
-күрешкәндә, ҡосаҡлашҡанда;
-дөйөм һауыттан ашағанда, эскәндә;
-бассейнда йөҙгәндә, мунса ингәндә.
Вирус тирә-яҡ мөхиттә оҙаҡ һаҡланмай. Шуға күрә ҡан тултырылған шприц менән ҡаҙау тураһында хәбәрҙәр хәүеф уятырға тейеш түгел. Энә осондағы вирус күләме йоҡтороу өсөн бик аҙ.
ВИЧ тотороҡһоҙ, оҙаҡҡа бармай торған вирус. Ул температура йоғонтоһона бирелеүсән, организмдан тыш оҙаҡ йәшәй алмай.
Ул ҡанда һәм кешегә һалыу өсөн әҙерләнгән ҡан препараттарында яҡшы һаҡлана.