Конгэк
-2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
29 Март 2018, 14:29

Сертификат тапшырылды

Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов мәжбүри күскенселәр тип табылған граждандар категорияһына ҡараған Хәтимә Кәримоваға торлаҡҡа сертификат тапшырҙы.

Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов мәжбүри күскенселәр тип табылған граждандар категорияһына ҡараған Хәтимә Кәримоваға торлаҡҡа сертификат тапшырҙы.
82 йәшлек инәй тыумышы менән Томансы ауылынан. 1954 йылда Таджикистанға юллана ошондағы Ленинский ҡасабаһында район дауаханаһына эшкә урынлашып ғаиләһе менән шунда төпләнә. Сәйәси ваҡиғаларға бәйле, 1994 йылда был тарафтан мәжбүри күсеп, тыуған яҡына ҡайта. Ошо йылдар арауығында торлаҡһыҙ интегә Хатима Тимербулат ҡыҙы.
2003 йылда “Торлаҡ” маҡсатлы программаһына сиратҡа тора һәм 15 йылдан һуң Хакимиәт башлығы ҡулынан Сертификат алыу бәхетенә иреште.
ҺҮРӘТТӘ: Хәтимә Кәримова өсөн был көн иң иҫтәлеклеһе.
Автор фотоһы.
Читайте нас: