ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
30 Март 2018, 12:45

Һәр осраҡҡа әҙер булырға

Яҙғы ташҡынды бәлә-ҡазаһыҙ үткәреүгә, гидротехник ҡоролмаларҙың әҙерлеге һәм һыу баҫыу ихтималлығы булған биләмәләрҙә хәүефһеҙлек мәсьәләләрен тикшереүгә арналған видеоселектор кәңәшмә үтте. Уны Башҡортостандың Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев алып барҙы.

Яҙғы ташҡынды бәлә-ҡазаһыҙ үткәреүгә, гидротехник ҡоролмаларҙың әҙерлеге һәм һыу баҫыу ихтималлығы булған биләмәләрҙә хәүефһеҙлек мәсьәләләрен тикшереүгә арналған видеоселектор кәңәшмә үтте.
Уны Башҡортостандың Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев алып барҙы.
Быйыл ҡар аҙ яуҙы. Шуға күрә ул ташҡынға тәьҫир итмәйәсәк. Ҡалаларҙы һыу баҫыу көтөлмәй, әммә дала йылғалары менән проблема буласаҡ. Улар әле ныҡ туң, яҙҙың ниндәй булыуына ҡарап, һыу боҙ өҫтөнә сығып, тораҡ пункттарҙы баҫыуы ихтимал. Был хаҡта Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы етәксеһе Вилора Горохольская хәбәр итте.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы Марат Латипов яҙҙың үҙенсәлеклелеген билдәләне: ҡайҙалыр ҡар аҙ, боҙ күп, икенсе урында - киреһенсә. Әммә республика һәр ваҡыт көслө ташҡынға әҙер булырға тейеш, - тине ул. Хәүефле һыу участкалары алдан билдәләнергә, боҙҙо шартлатыусы командалар менән килешеү төҙөлөргә мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Республикала 8 хәүефле урын бар. Уларҙы бөтөрөү өсөн 12 тонна шартлатҡыс матдә, 41 белгес һәм 15 берәмек техника кәрәк буласаҡ.
Район биләмәһендә лә яҙғы ташҡынға әҙерлек эштәре бара. Нөгөш һыуһаҡлағысында гидротехник ҡоролмалар, коммуналь-энергетика селтәрҙәре, инженерлыҡ коммуникацияларының, Ағиҙел, Мәләүез һәм башҡа йылғалар аша күперҙәрҙең һыу кимәле артҡан ваҡытта тотороҡло эшләүен тәьмин итеү мөһим. Район Хакимиәте башлығының төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм инфраструктура буйынса урынбаҫары Игорь Федоров билдәләүенсә, эш ташҡынды бәлә-ҡазаһыҙ үткәреү буйынса саралар планына ярашлы ойошторола. Һыу баҫыу ихтималлығы булған тораҡ пункттарҙағы күп балалы, имен булмаған ғаиләләр, оло йәштәге граждандар, янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләләре лә даими контролдә булырға тейеш.
Читайте нас: