Был енәйәт өсөн, 2 йылға иркенән мәхрүм итеү төрөнә тиклем, бер нисә төрлө яза ҡаралған. Яза ҡәтғиләнеүенә ҡарамаҫтан, районда эсеп руль артына ултырыусылар һаны арта. Мәҫәлән, былтыр - 104, быйыл 27 кеше енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырылды. Уларға мәжбүри эш төрөндә яза бирелде, 6 кеше иркенән мәхрүм ителде. Бынан тыш, уларҙың бөтәһенә лә 2-нән 3 йылға тиклем транспорт сараһын идара итеүгә бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүҙе тыйыу төрөндә өҫтәмә яза бирелде.