ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
3 Апрель 2018, 11:53

Фатирҙа янғын сыҡҡан осраҡта

Янғындың күбеһе фатирҙа сыға. Бөтәһенең дә сәбәбе бер тиерлек: коммуникацияларҙың иҫкереүе, төҙөк булмаған электр үткәргесе, ярамаған урында тәмәке тартыу, электр приборҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырыу.

Янғындың күбеһе фатирҙа сыға. Бөтәһенең дә сәбәбе бер тиерлек: коммуникацияларҙың иҫкереүе, төҙөк булмаған электр үткәргесе, ярамаған урында тәмәке тартыу, электр приборҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырыу.
Әгәр үҙегеҙҙә йәки күршегеҙҙә янғын сыҡһа, шунда уҡ янғын һағын саҡырығыҙ. Электр приборы янһа, мәҫәлән, телевизор, уны тиҙерәк розетканан тартып алып йәки электр щитынан һүндерергә тырышығыҙ.
Шуны белергә тейешһегеҙ: янған телевизор бик күп ағыулы матдә бүлеп сығара, шуға күрә кешеләрҙе тиҙерәк фатирҙан сығарығыҙ. Приборҙы ҡалын туҡыма менән ябығыҙ, тәҙрә һәм форточкаларҙы тикшерегеҙ, сөнки һауа утты көсәйтә.
Башҡа электр приборҙары йәки сым үткәргес янһа, рубильник, һүндергес һәм электр пробкаһынан һүндерегеҙ, янғын һүндереүселәрҙе саҡырығыҙ. Әгәр ут бер бүлмәлә генә булһа, башҡаларына тоҡанмаһын өсөн, уның ишеген ныҡ итеп ябығыҙ. Төтөн таралмаһын өсөн еүеш сепрәк менән нығытығыҙ.
Бүлмәне төтөн баҫып алһа, иҙәндән шыуышып йәки эйелеп хәрәкәт итегеҙ. Утты һүндереү өсөн тәүҙә һүндергес менән файҙаланығыҙ. Әгәр ул булмаһа, еүеш туҡыма, ҡом, гөл һауытындағы тупраҡ менән һүндерегеҙ. Үҙ көсөгөҙ менән янғынды еңә алмағанығыҙҙы аңлаһағыҙ, документ һәм аҡсаларығыҙҙы алып, бинанан сығығыҙ. Әгәр ишек янын ут ялмаған булһа, балкон аша сығығыҙ. Әйткәндәй, янған фатирҙа иң хәүефһеҙ урын - балконда һәм тәҙрә янында. Янғын һүндереүселәр бында һеҙҙе тиҙерәк табасаҡ. Тик көн һыуыҡ булһа, йылыраҡ кейенегеҙ. Балкон ишеген һаҡ ҡына асығыҙ, сөнки һауа инһә ут көсәйә. Үҙегеҙ артынан ишекте яҡшы итеп ябығыҙ. Аҫҡы ҡатҡа (балкон люгы аша) төшөргә йәки күршеләрегеҙ балконына инергә тырышығыҙ. Әммә арҡан, простыня менән йәки һыу ағып төшә торған торбанан төшөү бик хәүефле. Шулай уҡ аҫҡа һикерергә ярамай!
Янғын хәүефһеҙлегенең ябай ғына талаптарын үтәү, ут сыҡҡанда ни эшләргә кәрәклеген белеү һаулығығыҙҙы, ғүмерегеҙҙе, мөлкәтегеҙҙе һаҡларға булышлыҡ итер.
Янғын осрағында 01 һәм 112 телефонына шылтыратығыҙ!
Денис Сорокин, 50-се янғын часы начальнигы.
Читайте нас: