"Сәләмәтлек" саңғы трассаһында мәктәп уҡыусылары спартакиадаһы иҫәбенә саңғы ярышы үтте.
Спорт сараһы өс көн дауам итте. Тәүге көндә ауыл мәктәптәре командалары уҙышты. Уларҙан һуң ҡала мәктәптәренең 4-7-се кластары йүгерҙе.
Ҡыҙҙар һәм үҫмерҙәр мәктәп намыҫын яҡлап, белем биреү учреждениелары спорт рейтингыһында юғары урын өсөн көрәште.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса 4-5-се кластар араһында еңеүсе исемен 4-се мәктәп командаһы яуланы. Икенсе-өсөнсө урындарҙы 8-се һәм 1-се мәктәп уҡыусылары алды.
6-7-се кластарҙан призлы урындарға 4-се һәм 1-се мәктәп, 3-сө гимназия лайыҡ булды.
Ауыл мәктәптәренән Сәйет, Ергән, Первомай уҡыусылары маҡтаулы урындарҙы бүлеште.
Ярыш йәш спортсыларҙа яҙҙың ҡояшлы, матур көнө булып, сағыу тәьҫорат ҡалдырҙы.
Һүрәттә: Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы командаһы физик культура уҡытыусыһы Зарина Сабирова менән.