Ҡотош ауыл китапханаһында үткән балалар китабы аҙналығында төрлө саралар уҙҙы.
1-4-се класс уҡыусылары ҡатнашлығында әҙәби уйын бөтәһенә лә оҡшаны. Ошо юлдарҙың авторы кескәйҙәрҙе китап күргәҙмәһе менән таныштырҙы, әҙәбиәттең кеше тормошондағы роле, балалар яҙыусылары хаҡында мәғлүмәт бирҙе. Әкиәттәр буйынса викторина ойошторолдо. Уның һөҙөмтәһендә иң күп мәрәй йыйыусы тип 3-сө класс уҡыусыһы Илшат Собханғолов билдәләнде.
Башҡортостандың 100 йыллығына арналған тыуған яҡты өйрәнеү сәғәте лә ойошҡан үтте. Унда балалар туған тел, тыуған республика хаҡында шиғырҙар һөйләне.
Максим Горькийҙың тыуыуына 150 йыл тулыуға арналған сарала 5-11-се кластар ҡатнашты. Уның ижады һәм тормош юлы буйынса викторина һорауҙарына яуап биреүҙә 5-се класс уҡыусыһы Рената Әминева юғары күрһәткескә өлгәште.
Аҙналыҡтың һәр көнө үҫмерҙәр өсөн фәһемле булды. Уға йомғаҡ яһау һәм ябыу тантанаһы үҙәк балалар китапханаһында үтте. Ҡотош мәктәбенең иң күп китап уҡыусылары 4-се класс уҡыусылары Әлфир Рәхмәтуллин, Флорид Алтынсурин, Эвелина Захарова унан диплом һәм татлы приз менән ҡайтты.