ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
10 Апрель 2018, 15:32

Тәбиғәт күренешенә фараз кәрәкмәй

Республика район-ҡалаларында тәбиғәт яҙғы ташҡынға бәйле әҙерлекте һынай.

Республика район-ҡалаларында тәбиғәт яҙғы ташҡынға бәйле әҙерлекте һынай.
Ҙур һыуҙы һәр кем үҙенсә ҡаршылай. Районда ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы эшләй, саралар планы төҙөлгән, уҡыу күнекмәләре уҙғарыла. Бөгөн ҡар ҡатламы бик үк булмаһа ла, хәүефләнергә урын бар. Бер нисә йыл элек ҡаланың төньяғында урынлашҡан Ленин һәм Вокзал урамдары киҫелеше биләмәһендәге торбаға сүп-сар тығылып, Ленин урамы, гараж кооперативын һыу баҫҡан ине. Ошондай күңелһеҙ хәлдең ҡабатланыуына юл ҡуймаҫ өсөн “Дорремстрой” предприятиеһы эшселәре бында даими дежур итә. Йәмғиәттең директор урынбаҫары вазифаһын үтәүсе Альберт Садиҡов һүҙҙәренә ҡарағанда ҡаланың Кочетков, Ленин, Тимер юл урамдарында 3 бригада эшләй. Тәбиғәт күренештәрен былай ғына фаразлап булмай, ти белгестәр, шунлыҡтан техника - әҙерлек һыҙығында, яуаплы структура органдары уяулыҡ һағында.
Һүрәттә: Тимур Ибраҡов, Виктор Булгаков, Илшат Сәйфетдинов торбаға тығылған сүп-сарҙы таҙарта.
Автор фотоһы.
Читайте нас: