Наркотиктарҙың организмға ҙур зарар килтергәне хаҡында әленән-әле яҙып торабыҙ. Тейешле профилактика эше лә алып барыла. Әммә ағыулы, кеше аҡылын юйҙырыусы матдәне етештереү һәм ҡулланыусылар юҡ түгел. Мәҫәлән, үткән аҙнала эске эштәр бүлегенә 39 йәшлек М.-дың наркотик ҡулланыуы хаҡында аноним шылтыратыу була. Полиция хеҙмәткәре уны Эске эштәр бүлегенә алып килә. Тикшереү ваҡытында ирҙә билдәһеҙ шыйыҡса менән 0.5 литрлы пластик шешә табыла. М. һауытта наркотик матдә (манага) булыуын һәм үҙе ҡулланыу өсөн етештергәнен әйтә.
Төрлө кешеләр менән аралашырға, ҡунаҡтарҙа булырға тура килә. Теләһә ниндәй шыйыҡса эсергә, йәки үлән тартып ҡарауҙы тәҡдим итһәләр - баш тартығыҙ. Үҙегеҙҙә һиҙмәҫтән «ҡапҡан»ға эләгеүегеҙ ихтимал, ә унан күптәр ҡотола алмай.