Талпан энцефалиты йәки боррелиоз менән сирләмәүҙең иң ышаныслы юлы - талпандан тешләнмәү сараһын күреү. Бының өсөн урманға барғанда ҡалын, шыма туҡыманан тегелгән асыҡ төҫтәге өҫ кейеме, эстән кейгән оҙон еңле күлдәктең яғалары муйынға һылашып торорға, күлдәк салбарға, салбар итеккә йәки ботинкаға ҡыҫтырылырға, носкиҙар тығыҙ резинкалы булырға тейеш. Башты һәм муйынды яулыҡ йәки кепка менән ҡапларға кәрәк. Талпандарҙы ҡурҡытыу өсөн тәндең асыҡ өлөштәренә репелленттар (махсус химик матдә) һөртөргә мөмкин. Бынан тыш, һәр сәғәт һайын үҙегеҙҙе һәм юлдаштарығыҙҙың өҫ-башын ҡарап тороғоҙ.