“ВИЧ-инфекцияһының таралыу темпы йылдан-йыл көсәйә. Хәүефле вирустың күсеү юлдары араһында енси бәйләнеш өҫтөнлөк итеүен иҫәпкә алып, йәштәр араһында ғына түгел, урта һәм оло йәштәгеләр араһында ла иҫкәртеү эшен алып барыу мөһим”, - тигәйне бер уҡыусы ҡала мәктәптәренең береһендә булған сарала.
Сирҙең таралыу юлдары, һаҡланыу саралары төрлө кимәлдә өйрәнелһә лә, иҫкәртеү эше алып барылһа ла, инфекция йөрөтөүселәр һаны кәмемәй. Үрҙә атап кителгән үҫмер билдәләүенсә, ысынлап та, белем биреү учреждениеларында ғына түгел, ә ойошмаларҙа, предприятиеларҙа әхлаҡһыҙ тормош алып барыуҙың нимәгә килтереүе тураһында сәләмәтлек сәғәттәре ойошторолһа, бик отошло булыр ине.