Конгэк
+2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
7 Май 2018, 14:34

Ҡаты көнкүреш ҡалдығын икенсел эшкәртеү файҙалымы?

Башҡортостанда йылына 1,7 миллион тоннанан ашыу ҡаты көнкүреш ҡалдығы туплана. Өҫтәүенә, төрлө пластик ҡаптарҙың артыуы күҙәтелә.

Башҡортостанда йылына 1,7 миллион тоннанан ашыу ҡаты көнкүреш ҡалдығы туплана. Өҫтәүенә, төрлө пластик ҡаптарҙың артыуы күҙәтелә. Уларҙың бер өлөшө генә ҡайтанан эшкәртелә, ә ҡалғандары сүплеккә, полигондарға оҙатыла. Пластик шешәләр бер быуаттан артыҡ, полиэтилен япмалар - 200, алюминий - 500, ә быяла мең йылға тиклем серемәй.
2003 йылда Башҡортостан Хөкүмәте бойороғо менән экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, ҡалдыҡтарҙы утилләштереү буйынса “Тәбиғәт” дәүләт унитар предприятиеһы барлыҡҡа килде.
Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондары республикала сүп-сарҙы экологияға зыян килтермәйенсә утилләштереүҙе тәьмин итә. Уларҙы файҙаланыу тәбиғәтте һаҡлау закондарына ярашлы башҡарыла. Бынан тыш, предприятие ҡалдыҡтарҙың миҡдарын кәметеү, ҡайтанан эшкәртеү йүнәлешендә лә эш алып барыла.
“Тәбиғәт” экологияға хәүеф менән янаған ҡалдыҡтарҙы юҡ итеүгә лә иғтибар бирә, күптәр ҡурҡыныс, ағыулы матдәләрҙе (терегөмөшлө йәки химик майлы) полигонға сығарып ҡотолоу әмәлен күрә. Медицина ҡалдыҡтары, иҫке автошина, аккумуляторҙарҙы һәм икенсел эшкәртеү ҙә ошо предприятие яуаплылығында.
Бөгөн энергияны аҙ тотонған терегөмөшлө лампалар киң ҡулланыла. Шунлыҡтан эшләмәгән лампаларҙы юҡҡа сығарыу мәсьәләһе киҫкен.
Халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барыла. Ҡала-ауылдарҙа экологик акциялар, “Йәшел десант”, “Йәш эколог”, “Таҙа ҡала” акциялары уҙғарыла. Яҙын “Ҡағыҙға - икенсе ғүмер” республика акцияһында балалар макулатура йыйып тапшыра. Бер тонна ҡағыҙ етештереү өсөн яҡынса дүрт кубометр ағас, йәғни биш ағас юҡ ителә! Икенсе яҡтан, ҡағыҙҙы ҡайтанан эшкәртеү, целлюлоза етештереү менән сағыштырғанда, тәбиғәткә аҙыраҡ зыян итә.
Янған люминесцент лампалар, иҫке телефон, планшет, комьютерҙар ҙа тирә-яҡҡа насар нурҙар бүлә.
Бөгөн республикала 46 ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны бар. Был йүнәлештә тармаҡҡа эшҡыуарлыҡты йәлеп итеү механизмы булдырылған. Ҡалдыҡтарҙың 30-50 процент файҙалы компонент алырға мөмкин. Бөгөн ҡалала “Әхмәтшин” йәмғиәте ошондай ҡалдыҡтарҙы йыйып эшкәртә. Киләсәктә икенсел ресурстарҙы эшкәртеү өсөн үҙ-ара көндәшлек башланасаҡ, сөнки был бер ҡасан да туҡталмай торған процесс.
Читайте нас: