Конгэк
-2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
7 Май 2018, 13:38

Мәҙәни тормошобоҙҙоң бер биҙәге

Үҙе теккән сәхнә кейемендә сығыш яһаған апайҙарҙың береһе - Мәрйәм Мәхмүтова тураһында ла яҙып үткем килә.

Үҙе теккән сәхнә кейемендә сығыш яһаған апайҙарҙың береһе - Мәрйәм Мәхмүтова тураһында ла яҙып үткем килә.
Мәрйәм Сәләхетдин ҡыҙы Бәләкәй Моҡас ауылында йәшәй. Ғүмер буйы колхозда эшләне. Фермала быҙау ҙа ҡараны, хаҡлы ялға сыҡҡансы, сөгөлдөр эшкәртеп тә тапшырҙы. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, күңел биреп, бурысын еренә еткереп үтәне.
35 йәштә генә яңғыҙ ҡалып, өс балаһын үҙ аллы тормош юлына лайыҡлы баҫтырҙы. 60 йәшендә шиғыр ижад итә башланы, уның ҡайһылары “Көнгәк” гәзитендә лә донъя күрҙе. Шулай уҡ ҡул эштәре менән ныҡлап мауыға. Уның өйөн энә һәм ырғаҡ менән бәйләгән ултырғыс япмалары, һәр төрлө сувенирҙар һәм ҡорған ҡорамалары биҙәй. Таҫтамалдар, алъяпҡыстар сигә, үҙенә селтәр эшләп кейҙе. Ҡул эштәрен районда, ауыл биләмәһендә ойошторолған күргәҙмәләргә йөрөтә. Милли күлдәк тегеп кейергә хыяллана.
Лена ФАЗЛӘХМӘТОВА.
Һүрәттә: ауылыбыҙ ағинәйе Мәрйәм Мәхмүтова.
Автор фотоһы.
Читайте нас: