ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
8 Май 2018, 11:49

Еңеү юлдары буйлап сәйәхәт

“Һуғыш балалары” ойошмаһы район-ҡалала үткән сараларҙан ситтә ҡалмай, бынан тыш үҙ башланғыстарын да әүҙем тормошҡа ашыра.

“Һуғыш балалары” ойошмаһы район-ҡалала үткән сараларҙан ситтә ҡалмай, бынан тыш үҙ башланғыстарын да әүҙем тормошҡа ашыра.
Яңыраҡ ҡына Гагарин исемендәге скверҙағы, Үҙәк майҙанда бөйөк юлбашсыбыҙ Владимир Лениндың һәйкәленә сәскә гөлләмәләре һалыу тантанаһында ҡатнаштыҡ. Йылдағыса Еңеү көнө алдынан Мәләүез индустриаль колледжында ла “Еңеү юлдары буйлап” илһөйәрлек сараһында булдыҡ. Уҡыу йорто һәм ҡала үҫмерҙәр китапханаһы белгестәре менән берлектә әҙерләнгән осрашыуға “Һуғыш балалары” йәмғиәте ағзалары ла саҡырылды.
Йыйылыусыларға район-ҡаланың хәрби тарихы тураһында бай мәғлүмәт тәҡдим ителде. 1941-1945 йылдарҙа фронтта алышҡан, унда һәләк булған, иҫән-һау тыуған яғына ҡайтыу бәхете тейгән, тылда хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙ тураһында бай мәғлүмәт тәҡдим ителде. Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан бер нисә яугирҙең биографияһынан факттар яңғыраны.
Сараны һуғыш йылдары фотоһүрәттәре, “Полуторка” фильмынан өҙөк, Үҫмерҙәр китапханаһына йөрөгән балалар әҙерләгән видеороликтар тулыландырҙы.
Беҙ, һуғыш йылы балалары, йәш быуынға үҙебеҙҙең ауыр бала саҡ, шул йылдарҙың хәтирәләре менән уртаҡлаштыҡ.
Уҡыу учреждениеһы коллективы һәм китапханаһы, Үҫмерҙәр китапханаһы хеҙмәткәрҙәренә ошондай мауыҡтырғыс осрашыу ойошторғандары өсөн рәхмәтлебеҙ.
Гөлсөм Күсмәева,
Автор фотоһы.
Читайте нас: