Яңы шиғырҙар тыуыуы ижад кешеһенә оло ҡыуаныс булған кеүек, китап уҡыусыларға ла ҙур шатлыҡ, сөнки яңы китаптың донья күреүе яңы тыуған сабый менән бер. Ижад емеше булараҡ, шағирәләр, яҙыусылар уны көтөп ала, ниндәйҙер өмөт бағлай. Көткән өмөттәре аҡланһа, уй-хыялдары тормошҡа ашһа, ул ысын мәғәнәһендә бәхет.
М.Буранғолов исемендәге китапханала шағирә Фәүзиә Муса ҡыҙы Йомағолованың “Күңелем ынйылары” китабының исем туйы үтте. Был уның өсөнсө китабы. Сараға шағирәне ҡотларға ижадташ дуҫтары, ауылдаштары уҡыусылары һәм уны яратҡандар йыйылды. Китапхана хеҙмәткәре Рәзилә Ҡотлогилдина яҙыусының үҙе тураһында йылы һүҙҙәр менән башлап, уға бағышланған видеофильм күрһәтелде.
Фәүзиә Йомағолова Бишбүләк районы Елбулаҡтамаҡ ауылында ябай ғаиләлә тыуа. Бала сағы дәһшәтле һуғыш йылдарына тура килә. Бәләкәс сағынан аслыҡта, яланғаслыҡта, йәтимлектә үҫеүенә ҡарамаҫтан, ул уҡырға, белем алырға тырыша. Бала саҡтан шиғриәтте һөйгән ҡыҙ үҙе лә тәбиғәт, ауыл кешеләренең хеҙмәтен данлап, һуғыш йылы осороноң ауырлығын һүрәтләп бик күп мәғәнәле, тәрән шиғырҙар яҙа. Әлеге көндә үҙешмәкәр композитор Муса Смаҡов уның шиғырҙарына көйҙәр яҙып, ул йырҙар оло сәхнәләрҙә яңғырай. Кисәгә үҙе композитор ҙа ҡотларға килгән ине, ул Фәүзиә Йомағолованың һүҙҙәренә яҙған йырын башҡарҙы. 4-се мәктәптән балалар уҡытыусылары менән тәбрикләп, уның шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Ауылдаштары ла һоҡланып шағирәнең ярҙамсыл, ихлас күңелле, иҫ киткес кеше икәнен белдерҙе. Килгән ҡунаҡтар һәммәһе лә үҙенең теләктәрен еткерергә ашыҡты. Был көндә бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде, йырҙар йырланды.
Һүрәттә: Рита Булатова, 6-сы класс уҡыусыһы Азалия Рәхмәтуллина, 10-сы класс уҡыусыһы Фәйзуллина Динә, Фәйзуллина Айгөл.