Конгэк
-2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
21 Май 2018, 14:58

Барыһы ла БДИ тураһында

Быйыл республикала Берҙәм дәүләт имтиханын 20 мең самаһы кеше бирәсәк

Быйыл республикала Берҙәм дәүләт имтиханын 20 мең самаһы кеше бирәсәк
Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу ҡағиҙәләре артыҡ үҙгәреш кисермәне. Элеккесә математика һәм рус теле — мотлаҡ фәндәр, ә ҡалғандары һайлау буйынса башҡарыла. Математиканан һынау база һәм профиль кимәлдәрҙә ойошторола.
Йылдағыса йәмғиәтте өйрәнеү иң популяр фән булып ҡала, сөнки уның һөҙөмтәләре социаль-гуманитар һәм педагогик йүнәлештәге байтаҡ һөнәрҙәргә уҡыу өсөн талап ителә. 2018 йылда был фәнде БДИ тапшырыусыларҙың 43 проценты (8410 кеше) һайлаған. Артабанғы урындарҙы физика, химия һәм биология бүлешә.
Алдан биреү этабы
2018 йылдың 21 мартынан 11 апреленә тиклем дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының алдан биреү этабы үтте. Унда 900-ҙән ашыу кеше — башлыса алдағы йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары ҡатнашырға теләк белдергән. Төбәктең Мәғариф министрлығында билдәләүҙәренсә, элекке йылдарҙың сығарылыш уҡыусылары икенсе йыл рәттән төп имтихан осороноң өҫтәмә ваҡытында ла һынау тота ала. Шулай уҡ быйылғы ун беренселәр ҙә, етди сәбәптәр булған осраҡта, БДИ-ны алдан тапшырыу хоҡуғына эйә.
Алдан биреүселәр араһында рус теле (400 кешенән ашыу), профиль кимәлендәге математика (450-гә яҡын), йәмғиәтте өйрәнеү (300 самаһы), биология (200), тарих (132), химия (171), физика (167) фәндәре һорау менән ҡуллана.
Башҡортостанда һынауҙарҙы алдан биреү осоронда өс имтихан ҡабул итеү пункты эшләне. Алдағы йылдарҙың сығарылыш уҡыусылары өсөн тәғәйенләнгән икәүһе — Өфөлә һәм Ишембайҙа, быйылғы ун беренселәр өсөн тағы ла берәүһе баш ҡалала урынлашты. Улар видеокамералар һәм металл рамкалар менән йыһазландырылды. Мәғариф министрлығында белдереүҙәренсә, имтихандар ғәҙәти эш шарттарында үткән, тәртип боҙоу осраҡтары күҙәтелмәгән.
Нимәләр үҙгәрҙе
Быйылғы БДИ барышында контроль-үлсәү материалдарын (КИМ) аудиторияның үҙендә асасаҡтар.
Имтихан ҡабул итеү пункттарының барыһы ла технологик йәһәттән тейешенсә йыһазландырыла. Контроль-үлсәү материалдары һынау үтәсәк пункттарға ла, төбәк мәғлүмәт эшкәртеү үҙәгенә лә алып барылмаясаҡ. Улар кодланған вариантта махсус каналдар аша ебәрелә. Материалдар имтихан биреүселәрҙең күҙ алдында асыласаҡ. Һынау тамамланыу менән эштәр сканер аша үткәрелеп, әлеге махсус каналдар аша төбәк мәғлүмәт эшкәртеү үҙәгенә юллана. Шулай итеп, имтихан эштәре һәр йәһәттән һаҡлана.
Имтихандарҙың йөкмәткеһенә ҡағылышлы ҙур булмаған үҙгәрештәр бар.
Рус әҙәбиәтенән иншаға дүртенсе тема өҫтәлде.
Рус теленән хәҙерге рус әҙәби теленең лексик нормаларына ҡағылышлы база кимәлендәге эштәр индерелде.
Физиканан астрофизика буйынса мәсьәләләр сисергә тура киләсәк.
Химия буйынса юғары кимәлле бер эш өҫтәлде, уны дөрөҫ башҡарған осраҡта уҡыусылар икенсел балдарға ҡарағанда ла күберәк баһа алыу мөмкинлегенә эйә.
Апрелдә рус теленән йомғаҡлау әңгәмәләшеүе үткән туғыҙынсы класс уҡыусыларына ҡағылышлы яңылыҡтар ҙа бар. Мониторинг һөҙөмтәләре быйылғы туғыҙынсыларҙың сығарылыш имтихандарына инеүгә рөхсәтенә тәьҫир итмәйәсәк, әммә киләсәктә бындай әңгәмәләшеү мотлаҡ булыуы ла ихтимал, тип белдерҙеләр Мәғариф министрлығында. Йомғаҡлау әңгәмәләшеүе уҡыусы белем алған мәктәптә үткәрелә һәм «зачет» йәки «зачет түгел» тигән алым менән баһалана.
— Быйыл Төп дәүләт имтиханын (ТДИ) 42 мең бала тапшыра, шуларҙың 3800-ө йомғаҡлау әңгәмәләшеүе үтте. Һөҙөмтәләр билдәле, уҡыусыларҙың 1,3 проценты ғына һынауҙы тапшыра алманы, — ти БР мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү буйынса идаралыҡ начальнигы Айбулат Хажин.
Шулай уҡ ул 2020 йылдан туғыҙынсы класты тамамлаусылар әлеге шикелле дүрт түгел, ә биш фәндән төп дәүләт имтиханы тапшырасаҡ, тип билдәләне. Рус теле, математика һәм сит ил теле — мотлаҡ, тағы ла ике фән һайлау буйынса буласаҡ.
Нимәләр үҙгәреш кисермәне
Башҡа йәһәттән имтихан тапшырыу ҡағиҙәләре әллә ни үҙгәрмәне. Уҡыусыларға һәм Берҙәм дәүләт имтиханын ойоштороусыларға үҙең менән мобиль элемтә ҡорамалдары алып инеү тыйыла. Көтөлмәгән хәл-ваҡиға була ҡалһа (мәҫәлән, тиҙ медицина ярҙамы саҡырыу өсөн), имтихан ҡабул итеү пункттары штабындағы стационар телефон менән ҡулланырға мөмкин. Ишек янында полиция дежур итәсәк, сит кешеләргә инеү тыйыла. Аудиторияларҙа Дәүләт имтихан комиссияһы ағзалары, федераль инспекторҙар, йәмәғәт күҙәтеүселәре һәм «Рособрнадзор» хеҙмәткәрҙәре буласаҡ.
Тәртип боҙоуҙар
Киң даирәлә аңлатыу эштәре алып барылыуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер уҡыусылар үҙҙәренсә мутлашып, мәҫәлән, шпаргалкалар ҡулланып маташа. Әлбиттә, хәҙер элекке кеүек тиҫтәләгән уҡыусы күсереп тотолмай, әммә һирәк-һаяҡ тәртип боҙоусылар осрап тора. Мәҫәлән, былтыр республикала һигеҙ кеше БДИ биреүҙән ситләтелгән. Яңауыл районынан бер ҡыҙ дүрт имтихан мәлендә шпаргалка ҡулланған, был видеояҙмаларҙы ҡараған мәлдә асыҡланған. Уның бөтә һөҙөмтәләре юҡҡа сығарылған.
Төбәктең Мәғарифты күҙәтеү идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл БДИ тапшырылған барлыҡ аудиторияларҙа онлайн-күҙәтеү ойоштороласаҡ.
БР Мәғариф министрлығы иҫкәртә: тәртип боҙоусылар ағымдағы йылда имтихан биреү хоҡуғынан тулыһынса мәхрүм ителә. Шуға күрә яҙмыш менән шаярмағыҙ. Тағы ла интернет селтәрендә контроль-үлсәү материалдарын эҙләп маташмағыҙ. Һуңғы биш йылда уларҙы Интернетҡа һалыуға юл ҡуйылғаны юҡ.
Телефон һәм башҡа гаджеттарға килгәндә, ҡағиҙә булараҡ, уҡыусылар уларҙы имтихан ҡабул итеү пунктына ингәнсе үк ҡалдыра. Кеҫә телефоны менән бөтөнләй ҡулланмаған хәлдә лә, уны индереү осрағы асыҡланһа, барлыҡ имтихан һөҙөмтәһе юҡҡа сығарыла.
Мотлаҡ фәндәр һәм минималь балдар
Сығарылыш имтихандарын тапшырыуға рөхсәт алыу өсөн яҡшы билдәгә йомғаҡлау иншаһы яҙырға кәрәк. Декабрҙә республиканың 18,5 меңдән ашыу 11-се класс уҡыусыһы инша яҙҙы, уларҙың 99 проценты ыңғай һөҙөмтәгә эйә булды. Ҡалғандар февралдә тағы бер тапҡыр бәхетен һынап ҡараны, был мөмкинселек май айында ла бирелә.
Аттестат алыу өсөн минималь сикте үтеү шарт: рус теленән — 24 балл, математиканан (профиль кимәле) — 27 балл. База кимәлендәге математика биш баллы система буйынса баһалана, белем хаҡында документҡа эйә булыу өсөн «өслө»гә биреү ҙә етә.
Яңынан һынау биреү хоҡуғы
Бер йәки ике фәндән «икеле» алыусы 9-сы класс уҡыусылары резерв көндәрҙә яңынан имтихан тапшыра ала. Әгәр «икеле»ләр өсәү йә дүртәү булһа, сентябрҙә һынау тоторға мөмкин. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: күпселек колледж һәм техникумдар документтар ҡабул итеүҙе көҙ башында ла дауам итә, шуға күрә был уҡыусылар ҙа аттестат алып, уҡырға инеү мөмкинселегенә эйә. Әгәр насар баһаһын төҙәтә алмаһа, уҡыусыға аттестат бирелмәй. Ул йә бер йылға күсмәй ҡала, йә өйҙә уҡытыу алымын һайлай.
Насар билдә алған 11-се класс уҡыусылары ла резерв көндәрҙә имтихан тапшырыу хоҡуғына эйә. Мотлаҡ һаналған ике фәндең — математика менән рус теленең береһен генә кире тапшырырға мөмкин. Әгәр ҙә уҡыусы уларҙың икеһен дә «ике»гә эшләһә, яңынан һынау тотоу мөмкинселеге киләһе йылда ғына бирелә.
Бынан тыш, етди сәбәптәр арҡаһында БДИ-ны төп этапта бирә алмаусылар ҙа резерв көндәр менән файҙалана ала.
Әгәр сығарылыш уҡыусыһы минималь сиктән юғарыраҡ балдар йыйып та, һөҙөмтә менән ҡәнәғәт булмаһа, киләһе йылда яңынан имтихан тапшырыу хоҡуғына эйә.
Апелляция
Ҡуйылған баһа менән ҡәнәғәт булмаусылар имтихан һөҙөмтәләре рәсми рәүештә иғлан ителгәндән һуң ике эш көнө дауамында апелляцияға бирә ала.
Быйылғы сығарылыш уҡыусылары апелляцияны үҙ мәктәбенә, ә башҡа ҡатнашыусылар теркәү урынына тапшыра. Бынан тыш, ҡуйылған баһа менән риза булмау тураһында ғаризалар Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтында ла ҡабул ителә (Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 120, 122-се бүлмә).

Имтихандар теҙмәһе
БДИ
Төп осор
28 май —информатика һәм ИКТ, география
30 май — математика (база кимәле)
1 июнь — математика (профиль)
4 июнь — химия, тарих
6 июнь — рус теле
9 һәм 13 июнь — сит телдәр (телдән)
14 июнь — йәмғиәтте өйрәнеү
18 июнь — биология, сит телдәр (яҙма)
20 июнь — физика, әҙәбиәт
Резерв көндәр
22 июнь — география, информатика һәм ИКТ
25 июнь — математика (база һәм профиль кимәл)
26 июнь — рус теле
27 июнь — химия, тарих, биология, сит телдәр (яҙма)
28 июнь — рус әҙәбиәте, физика, йәмғиәтте өйрәнеү
29 июнь — сит телдәр (телдән)
2 июль — бөтә фәндәр буйынса резерв көн
ТДИ
Төп осор
25-26 май — сит телдәр
29 май — рус теле
31 май — йәмғиәтте өйрәнеү, биология, информатика һәм ИКТ, рус әҙәбиәте
2 июнь — физика, информатика һәм ИКТ
5 июнь — математика
7 июнь — тарих, химия, география, физика
9 июнь — йәмғиәтте өйрәнеү
Резерв көндәр
20 июнь — рус теле
21 июнь — математика
22 июнь — йәмғиәтте өйрәнеү, биология, информатика һәм ИКТ, әҙәбиәт
23 июнь — сит телдәр
25 июнь — тарих, химия, физика, география
28-29 июнь — бөтә фәндәр буйынса резерв көн.

Мин БДИ бирәм
2018 йылғы сығарылыш уҡыусылары «Мин БДИ бирәм» акцияһында ҡатнаша ала. Бының өсөн социаль селтәрҙә #ЯсдамЕГЭ #РасскажиоЕГЭ #ЕГЭ2018 хэштектары аҫтында имтихандарға әҙерләнеүгә арналған ҙур булмаған видеоролик, текст йәки фото ҡуйырға кәрәк. Иң яҡшы постар Рәсәй мәғарифты күҙәтеү идаралығының төркөмдәрендә урын аласаҡ.

БДИ буйынса «ҡыҙыу линия»
БР Мәғариф министрлығында БДИ буйынса «ҡыҙыу линия» эшләй. Дәүләт имтиханы тапшырыуға, шулай уҡ тәртип боҙоуҙарға ҡағылышлы һорауҙар менән 8 (347) 218-03-81, 218-03-28 телефондарына шылтыратырға мөмкин. Шылтыратыуҙар дүшәмбенән йомаға тиклем 9.00-18.00 сәғәттәрҙә ҡабул ителә, төшкө ял — 13.00-14.00 сәғәттәрҙә.

Вузға инеү өсөн минималь балдар кимәле
Рус теле — 36
Математика — 27
Физика, химия, биология — 36
География — 37
Рус әҙәбиәте, тарих — 32
Йәмғиәтте өйрәнеү — 42
Информатика һәм ИКТ — 40
Сит телдәр — 22
Шуны белеү мөһим: минималь балл юғары уҡыу йортона инеү өсөн гарантия була алмай, ул конкурста ҡатнашыу хоҡуғы ғына бирә.

БДИ-ға әҙерләнеү буйынса 9 кәңәш
1. Имтихандарға үҙаллы әҙерләнеүегеҙгә йәки махсус курстарға йөрөүегеҙгә ҡарамаҫтан, күп нәмә практикаға бәйле. Аҙнаһына бер тапҡыр мотлаҡ «А» һәм «Б» өлөшөндәге мәсьәләләрҙе сисегеҙ. Кәм тигәндә ике аҙнаға бер мәртәбә рус теленән инша яҙығыҙ, уны дәрестән һуң уҡытыусы менән бергәләп тикшерегеҙ. Бындай күнекмәләрҙән һуң иң ауыр эштәр ҙә еңел тойолор.
2. Юғары маҡсаттар ҡуйығыҙ һәм уларға ынтылығыҙ, үҙегеҙгә талаптарҙы арттыра барығыҙ. Эшләгән һайын ҡатмарлыраҡ мәсьәләләр һәм тест варианттары һайлағыҙ. Өйҙә шөғөлләнеп тә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин.
3. БДИ тапшырған уҡыусылар өсөн айырыуса ауыр бирелгән, ҡатмарлы темаларға иғтибар йүнәлтегеҙ. Һәр имтихандан һуң Мәғарифты күҙәтеү идаралығы ошо хаҡтағы мәғлүмәттәрҙе бәйән итә. Мәҫәлән, рус теленән һүҙҙәрҙе бергә, айырым, дефис аша яҙыу, бәйләүестәр янында тыныш билдәләре ҡуйыу һәм һүҙ төркөмдәрен билдәләүгә ҡағылышлы күнегеүҙәр ҡатмарлы һанала. Был темалар буйынса әҙерлегегеҙ насарыраҡ тип һанаһағыҙ, улар өҫтөндә етди эшләгеҙ.
4. Әгәр ҡайһы бер көндәрҙә шөғөлләнеү өсөн кәйефегеҙ булмаһа, эште үҙегеҙ өсөн иң ҡыҙыҡлы өлөштән башлап ебәрегеҙ. Әкренләп тәмен тойоп, яңы темаларҙы ла өйрәнеп ташларһығыҙ!
5. Һорауҙар һәм тематик блоктар буйынса материалдарҙы даими ҡабатлағыҙ. Мәғлүмәтте системаға һалырға тырышығыҙ — мотлаҡ схема төҙөгөҙ, таблицалар эшләгеҙ, ҡыҫҡаса конспект яҙығыҙ. Имтихан һорауҙарына яуаптарҙы ятлау түгел, асылын аңлау мөһим.
6. Имтиханға әҙерлек менән ял ваҡытын дөрөҫ сиратлаштырығыҙ. Саф һауала күберәк йөрөгөҙ, йоҡоғоҙ туйғансы йоҡлағыҙ. Һынауға тиклемге өс көндә өйрәнелгән материалды ҡабатлағыҙ, ҡатмарлы өлөштәрен билдәләгеҙ. Иртәгә имтихан тигән көндә йоҡларға иртәрәк ятығыҙ.
7. Имтихан мәлендә һәр мәсьәләне аҙағынаса ентекле уҡығыҙ. Һорауҙың асылын үҙегеҙсә уйлап сығарып ҡуймағыҙ, йылдың-йылы бик күп уҡыусылар тап иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында ябай ғына мәсьәләләрҙә хаталар ебәрә.
8. Әгәр дөрөҫ яуапты белмәһәгеҙ, йәғни бирелгән варианттар араһынан береһен дә һайлай алмаһағыҙ, дөрөҫ түгел тип һанағандарынан башлағыҙ. Шул саҡта тәҡдим ителгән яуаптар араһынан кәрәклеһен билдәләү мөмкинлеге бер нисә тапҡырға арта.
9. БДИ үтәсәк пунктҡа барғансы үҙегеҙҙе эстән генә уңышҡа көйләгеҙ.
Читайте нас: