ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
28 Май 2018, 16:35

“Көнгәк”кә яҙылдығыҙмы, йәғни баҫманың бөгөнгө хәле тураһында уйланыуҙар

“Көнгәк” гәзите редакцияһында баҫмаға яҙылыуҙы әүҙемләштереү, тиражды арттырыуға арналған “Түңәрәк өҫтәл” ултырышы үтте.

“Көнгәк” гәзите редакцияһында баҫмаға яҙылыуҙы әүҙемләштереү, тиражды арттырыуға арналған “Түңәрәк өҫтәл” ултырышы үтте. Ҡағыҙ баҫмалар дәүләт тарафынан һаҡланырға һәм яҡланырға ла тейеш булһа ла, уларға яҙылыу хаҡын даими күтәреүгә бәйле, тираж кәмей. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күпселек осраҡта уҡыусыларыбыҙҙың милли матбуғаттың ҡәҙерен белмәүе, уға битарафлығы, алдырып уҡырға ынтылып бармауы эсте бошора.
Яҙылырға теләмәгәндәр төрлө сәбәп эҙләй, һәм, әлбиттә, таба.
Ил, тел, милләт киләсәгенә битараф түгелдәрҙең фекерен һеҙгә лә еткерәбеҙ.
Фәүзиә Йәнтилина:
- Телгә, тарихҡа, еребеҙгә ҡағылған мәсьәләләрҙе ауыл ағинәйҙәре, староста, активистар менән бергә күтәреп сығыу яҡлымын. Мәктәп, предприятие, фермер хужалыҡтары етәкселәре лә ярҙам ҡулы һуҙырға тейештер. Ошондай һынылыш мәлендә киләсәк быуынды ватансылыҡ рухында тәрбиәләйем тиһәң, башҡорт телендәге баҫманы алдырыу, уға яҙылыуҙың мөһимлеген аңлайһың.
Гөлсөм Күсмәева:
- Баҫма үҙе тирәләй күпме кешене берләштерә, яңы идеяларға байыта. Үҙ-үҙенә бикләнеп йәшәгәндәр, башҡорт телендә сыҡҡан район гәзитенән мәхрүм булып йәшәгәндәр йәл миңә. Ҡасандыр аҙнаһына өс сығып, бөгөн ике тапҡырға ҡалған баҫмала милләт хәле, тормошо, ысынбарлыҡ һәм кешеләрҙе йәшәүгә дәртләндерерлек ыңғай, бай тарихыбыҙҙы яҡтыртҡан материалдар донъя күрә. Ижади коллективтың берҙәм емеше ул. Оло йәштә булыуыма ҡарамаҫтан, гәзитте алдырам, уҡыйым, ҡулымдан килгәнсә, “Көнгәк” кә яҙҙырырға тырышам.
Миҙхәт Байбулатов:
Кемгә нисектер, мине иһә, матбуғат кампанияһы башланһа, тел киләсәге өсөн хәүеф тойғоһо биләй. Арттырыу түгел, ысынбарлыҡта шулай. 2002 йылда оҙаҡ бәхәстәрҙән һуң бик теләп астырған матбуғат баҫмаһының тиражы меңгә лә етмәй. Сәбәп нимәлә тип уйлайһығыҙ, әлбиттә, битарафлыҡта, быуындан-быуынға тапшырылған илһөйәрлек тойғоһоноң тоноҡланыуына бәйле. Оло быуын хәтерләйҙер, иртүк бригадир һыбай елеп, һәр тәҙрә алдында ҡыҫҡа ғына әмер биреп ҡысҡырып уҙа икән - үтәмәй ҡара, хәҙер ысулын табалар, стена гәзитенә яҙып эләләр, конторға тәртибеңде тикшерергә саҡыралар, йәғни, йәмғиәт көслө ине, ул ваҡытта, тип әйтмәксемен.
Фазила Маукаева:
- Милләтенә изгелек иткән - игелек күргән, тиҙәрме әле?! Баҫмаларға яҙҙырыу осоронда ауылдарҙағы алтын бағана булған оло йәштәге быуын вәкилдәренә таяныу кәрәктер. Беҙ бит әле китап, гәзит-журнал уҡып тәрбиәләнгәнбеҙ, шунлыҡтан тормошобоҙҙо матбуғатһыҙ күҙ алдына килтереү ҡыйын, ҡағыҙға яҙылғанды уҡымайынса йәшәй алмайбыҙ. Мәсет әһелдәре үҙ вәғәздәрендә тыңлаусыларға мөрәжәғәт итһә, уҡыу йорттарында, ауыл хакимиәттәрендә осрашыуҙар ойошторолһа, депутаттар ҡатнашлығында хәл ителһә, милли баҫма яҙмышы ыңғай хәл ителер ине, тигән фекерҙәмен. Бөгөн гәзит уҡымаған балаларыбыҙ киләсәктә ни эшләр?
Фәнис Бикташев:
- Ейән-ейәнсәрҙәребеҙ менән рәхәтләнеп башҡортса аралаша алмауыбыҙға кем ғәйепле? Алтаҡталарҙағы хаталар өсөн кем яуаплы? Балаларыбыҙҙың сит милләт вәкилдәре менән донъя ҡороуына кем сәбәпсе? Үҙебеҙ, йәмәғәт! Был нимәнән килә? Атай-әсәйҙең балалар киләсәген ҡайғыртмауы, башҡорт төркөмдәре, башҡорт мәктәбендә уҡытыуҙы кәмселек тип һанауынан. Улар менән урыҫса һөйләшергә маташабыҙ, урыҫ классиктары әкиәттәрен уҡыйбыҙ, хатта һуңғы йылдарҙа урыҫса йырлап йоҡлата башланыҡ. Атай-олатай телендә һөйләшә белмәгән балаларыбыҙға түгел, ошоға юл ҡуйған үҙебеҙгә оят. “Шалҡан”, “Көлһылыу”, Ете ҡыҙ” әкиәттәре башҡортса ла иҫ китмәле матур яңғырай!
Миңлегөл Ҡамбулатова:
- Почта бүлексәләре, почтальондар менән туранан-тура бәйләнеш булдырыу шарт. Ошо тармаҡта эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан кеше булараҡ, был эштең ни тиклем ауыр, яуаплы икәнлеген яҡшы беләм. Гәзит, уның киләсәге өсөн яуаплылыҡ уны сығарыусылар иңендә генә түгел, ошо биләмәлә, мөхиттә йәшәгәндәр дә иңендә лә булырға тейеш. Милли баҫманы һаҡларға, үҫтерергә кәрәк, юғиһә, эш уҙғандан һуң йоҙроҡ төйнәүселәр артыусан.
Рәзилә Ҡотлогилдина:
- Минеңсә, балалар баҡсаларында атай-әсәйҙәр менән осрашыу, фекер алышыу ойоштороп, һуңынан ошоно махсус бит итеп сығарыу отошло булыр ине. Мәктәптә лә уҡыусыларға тап “Көнгәк” тә сыҡҡан темаларға презентациялар уҙғарыу кәрәктер. Газетаны райондан килгән хаттар менән тулыландырыу, урындағы проблемаларҙы күтәреү, һуңынан уларҙың сиселешен күрһәтеү әһәмиәтле. Бының өсөн, гәзит уҡыусыларға әүҙемерәк булырға, редакция хеҙмәткәрҙәренә йышыраҡ мөрәжәғәт итергә, урындағы яңылыҡтар, лайыҡлы шәхес, ғаиләләр тураһында хәбәр итергә кәрәк тип уйлайым.
Асия Латипова:
- Гәзиттең жанры төрлө булыуы шарт. Рәсми материал ғына түгел, әкиәт, шиғыр, яңы йырҙар менән дә тулыландырылырға тейеш, сөнки уҡыусылар контингенты төрлө. Мәҫәлән, оҫталарҙың ҡул эше серҙәре менән уртаҡлашыуы, тәмле аш-һыу, файҙалы үләндәрҙең дауалау серҙәре тураһында кәңәштәр бик урынлы булыр ине. Уларҙы төрләндереп тороу кәрәк.
P.S.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
Күтәргән мәсьәлә көнүҙәк. Ошо темаға һеҙҙән дә тәҡдим, фекерҙәр көтөп ҡалабыҙ. Әүҙемерәк булайыҡ һәм “Көнгәк” гәзитенә яҙылырға онотмайыҡ!
Мәләүез почтамты аша яҙылыу хаҡы:
1 айға - 151 һум 21 тин.
6 айға - 907 һум 26 тин.

Читайте нас: