Конгэк
-2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
9 Июнь 2018, 13:23

Яңы мөмкинлектәр ыңғай һөҙөмтә бирә

Районда етештереү сәнәғәте өлкәһендә байтаҡ эш башҡарыла. Был юҫыҡта “Мәләүез элеваторы” йәмғиәте торошо менән маҡтанырлыҡ.

Районда етештереү сәнәғәте өлкәһендә байтаҡ эш башҡарыла. Был юҫыҡта “Мәләүез элеваторы” йәмғиәте торошо менән маҡтанырлыҡ. Аккредитация үткән элеватор аша төбәк аграрийҙары Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә һатыу баҙарын киңәйтә. Уларҙың биржа баҙарына сығып, ашлыҡты максималь хаҡҡа һәм аралашсыһыҙ һатыу мөмкинлегенә эйә булыуы - яҡшы үҙгәреш.
“Мәләүез элеваторы” йәмғиәте генераль директоры Наил Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, төп иғтибар тимер юлына йүнәлтелгән. Латвия, Грузия, Италия, Сәғүд Ғәрәбстаны, Төркиә, Ҡаҙағстан, Берләштерелгән Ғәрәп Эмираттары кеүек илдәр менән килешеү төҙөлгән. Ошо арала 200-ҙән ашыу вагон (14 мең тонна) тауар экспортҡа оҙатылған. Бынан тыш, йөк машиналары менән ташыу ҡаралған. Июнь-июль айҙарында 18 меңдән ашыу сеймал тейәп ебәреү күҙаллана. Көн дә тулы вагондар билдәләнгән пунктҡа йүнәлә. Сменалап ойошторолған эшкә 15-шәр кеше йәлеп ителгән.
Генераль директор урынбаҫары Николай Скороваров эш барышы менән таныштырҙы. Йәмғиәттә бөтәһе 108 кеше эшләй. Һәр кем тәғәйен бурысын үтәү менән мәшғүл. Әле яңы уңышты ҡабул итеүгә ҡоролған эштәр башҡарыла. Төп маҡсат - киптереү агрегаттарын ремонтлау. Сәсеүҙең өс аҙнаға һуңлап башланыуын иҫәпкә алғанда, ураҡҡа ла һуңлап төшөү ихтимал. Дымлы сеймалды киптереү - яуаплы бурыс. Бынан тыш, рапс, ҡарабойҙай, етен кеүек ваҡ бойҙай өсөн агрегаттарҙы айырым көйләргә кәрәк.
Йыл башынан көнбағыш майы һығыу цехы асылды. Келәт бинаһында талапҡа яуап бирерҙәй ремонт яһалған, ҡорамалдар һатып алынған, ҡайһылары үҙгәртеп ҡоролған. Әле 5 тонна май шешәләргә тултырылған, 15 тоннаһы һыйымдарға урынлаштырылған. Әйткәндәй, был төр продукция экологик яҡтан таҙа, һаулыҡҡа файҙалы.
Ашхана, икмәк бешереү цехы ҡәҙимге режимда эшен дауам итә. Йәмғиәт етәкселеге билдәләүенсә, киләсәккә пландар бихисап. Уларҙы әкренлән бойомға ашырыу маҡсаты менән йәшәйҙәр.
Автор фотолары.
Һүрәттә: Владик Сәфиуллин, цех начальнигы Владис Әбелғужин һәм Фәнил Мансуров көнбағыш майының яңы партияһын ҡарай.
Юрий Крамсков, Константин Саблин, Рәмил Фәхретдинов тулы вагонды оҙатырға йыйына.
Читайте нас: