Конгэк
+1 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
22 Июнь 2018, 11:24

Экстремизмға юл ҡуймаҫҡа

Район-ара прокуратура экстремистик материалдар урынлаштырылған мәғлүмәт ресурсын ябыуға өлгәште.

Район-ара прокуратура экстремистик материалдар урынлаштырылған мәғлүмәт ресурсын ябыуға өлгәште.
Тикшереү барышында 20 сайтта Рәсәй Федерацияһы суды менән экстремистик тип танылған һәм федераль исемелеккә индерелгән мәғлүмәттәр булыуы асыҡланды.
Күрһәтелгән порталдар ирекле режимда эшләгән. Уға теләгән кеше, шул иҫәптән балиғ булмағандар ҙа инә алған.
Уларҙың күбеһе музыкаль сайтта урынлашҡан.
Закон менән экстремистик материалдар тыйылыуын иҫәпкә алып, район-ара прокуратура Роскомнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығына тейешле хат ебәреү юлы менән күрһәтелгән сайттарҙы блокировкалау буйынса саралар ҡабул итте.
Илшат ЖДАНОВ,
прокурор ярҙамсыһы.
Читайте нас: