Конгэк
-4 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
26 Июнь 2018, 13:40

Һәр һәйкәлдә янды май шәмдәр...

1941 йылдың 22 июне илебеҙ тарихында иң ҡайғылы даталарҙың береһе булып хәтерҙә ҡалған. 77 йыл элек башланған Бөйөк Ватан һуғышы эҙемтәләре аяныс һәм ҡыҙғаныс.

1941 йылдың 22 июне илебеҙ тарихында иң ҡайғылы даталарҙың береһе булып хәтерҙә ҡалған. 77 йыл элек башланған Бөйөк Ватан һуғышы эҙемтәләре аяныс һәм ҡыҙғаныс. Хәтер көнөндә һәр кеше ҡан ҡойош ҡорбандарын иҫкә ала, улар өсөн ғорурлыҡ кисерә, рәхмәтен белдерә.
“Хәтер шәме” халыҡ-ара мемориаль акцияһы ҙур илебеҙҙең төрлө ҡалаһында үтә, уны башҡа илдәрҙә лә ойошторалар. Был сара “Георгий таҫмаһы”, “Үлемһеҙ полк” акциялары кеүек дөйөм халыҡтың берләшеү акты һанала.
Мәләүездәр ҙә был көндә киске 10-да “Дан” паркында йыйылды. Йәштәр советы менән берлектә төрлө йәмәғәт, ветерандар, дини ойошмалар ағзалары әүҙем ҡатнашты. Кесе йәштән алып өлкәндәргә тиклем шәм тоҡандырҙы.
Район Хакимиәтенең йәштәр эше буйынса секторы мөдире Дмитрий Сенников илһөйәрҙәр өсөн Хәтер һәм ҡайғы көнөнөң мөһимлеген билдәләп, сараға йыйылыусыларға рәхмәт белдерҙе. Азатлыҡ өсөн яуҙа башын һалғандар бер минут тынлыҡта иҫкә алынды. “Һуғыш балалары” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Николай Бедняков менән ветерандар советы рәйесе Александр Кузнецов та илдең яҡты киләсәге хаҡына ғүмерен аямай көрәшкән батырҙарыбыҙҙы онотмау зарурлығын билдәләне.
Өлкән быуын вәкилдәре һуғыш темаһына ҡағылған йырҙар яңғыратты.
Мәңгелек ут монументы алдына хәтер һәм ҡайғы символы шәмдәр ҡуйылды.
Әлиә ӘМИРОВА.
Автор фотоһы.
Һүрәттә: һағыш менән шәм ялҡыны бергә уҡмаша.
Читайте нас: