Миҙгел эштәре бер-береһен алмаштырып килә. Сәсеү, сәсеүлектәрҙе тәрбиәләүҙән һуң, аграрийҙар бесәнгә төшә. Шартлыса бер баш һыйыр малына 30 центнер мал аҙығы әҙерләү ҡаралған. Ғөмүмән, быйыл ауыл эшсәндәре 8473 гектар - күп йыллыҡ, 4500 гектар тәбиғи үләнде сабырға тейеш. Бөтәһе 15 мең тонна бесән, 50-шәр тонна силос менән сенаж туплау күҙаллана. Мал аҙығы әҙерләү кампанияһы башланғансы, аграрийҙар техниканы тәртипкә килтерҙе, силос, сенаж өсөн тәғәйен соҡорҙарҙы төҙөкләндерҙе.