Миокард инфарктының төп билдәләре ниндәй һәм унан һаҡланыу саралары бармы?
Һорауға яуапты үҙәк район дауаханаһы врач-кардиологы Гүзәл Әмир ҡыҙы ЯҠШЫБАЕВА бирә:
Миокард инфаркты - ҡанда кислород етмәү һөҙөмтәһендә йөрәк мускулының бер өлөшө үҙгәреүе йәки һәләк булыуы сәбәпле барлыҡҡа килгән киҫкен хәл.
Сир башлыса 45-тән 60 йәшкә тиклемгеләрҙә һәм ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда ир-егеттәрҙә дүрт тапҡырға күберәк осрай. Уның төп билдәләренә һул ҡулға, ҡалаҡ, умрау һөйәгенә күсеүсән йөрәк тәңгәлендәге ҡаты ауыртыу инә. Шулай уҡ тын алыу ауырлаша, тирләтә, артериаль баҫымдың күтәрелеүе йәки төшөүе, хәрәкәтһеҙ ҡалыу, төҫ ҡасыу, хәлһеҙлек күҙәтелә. Ашығыс ярҙам килгәнсе, физик көсөргәнеште туҡтатыу, бүлмәгә саф һауа инһен өсөн тәҙрәне асыу мөһим. Әгәр ауырыуҙың баҫымы юғары булһа, йөҙө ағарһа, пульсы ишетелмәһә, башын түбәнерәк һалып ятҡырығыҙ. Тыны ҡыҫылһа, быуылһа, уны ултыртыу, аяҡтарын аҫҡа төшөрөү зарур. Төймәһен, ҡайышын, яғаһын, галстугын бушатығыҙ. Баҫымын үлсәгеҙ, юғары булһа, тел аҫтына бер таблетка нитроглицерин һалығыҙ. Стенокардиянан айырмалы, инфаркт булғанда нитроглицерин ауыртыуҙы тулыһынса баҫмай. Ошондай осраҡта йыш ҡына хаталаналар, һыҙлау баҫылмағас, икенсе таблетканы бирәләр. Дарыуҙы 15-20 минуттан һуң ғына бирергә мөмкин. Аспирин иҙеп ҡаптырырға ла була.
Миокард инфарктын, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртеү өсөн кәүҙә ауырлығын, ҡан баҫымын контролдә тотоғоҙ. Артыҡ ауырлыҡ булғанда ҡан тамырҙары һаны арта һәм улар йөрәккә көсөргәнеш бирә. Бынан тыш, артыҡ ауырлыҡ шәкәр диабеты үҫешенә булышлыҡ итә.
Диета тотоғоҙ, күберәк йәшелсә, емеш-еләк, майһыҙ ит, балыҡ, ҡош ите ашар-ға, тоҙҙо сикләргә кәңәш ителә.
Спорт менән шөғөлләнегеҙ. Физик күнекмә артыҡ ауырлыҡтан ғына ҡотҡармай, ҡандағы шәкәр кимәлен дә кәметә.
Зарарлы ғәҙәттәрҙән баш тартығыҙ. Никотин ҡан тамырҙарын тарайта, шуға күрә тәмәке тартҡан кешеләрҙә миокард инфаркты ике тапҡырға йышыраҡ күҙәтелә. Алкоголле эсемлектәр ҙә йөрәк сиренә килтерә. Йөрәк мускулын көсөргәнешле эшләргә мәжбүр иткән кире кисерештәрҙән һаҡланығыҙ.
Ҡандағы шәкәр кимәлен даими тикшереп тороғоҙ. Шәкәр диабеты йөрәктең ишемия сире үҫешенә булышлыҡ итә һәм миокард инфаркты хәүефен арттыра. Диабет булған осраҡта дауалауҙы үҙгәртеү өсөн эндокринологтың консультацияһы мөһим.