ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
9 Июль 2018, 13:44

Гүзәллек тыуҙырыусылар

Ҡала-райондарҙы таҙа һәм тәртиптә тотоу - һәр кемдең бурысы.

Ҡала-райондарҙы таҙа һәм тәртиптә тотоу - һәр кемдең бурысы. Шәхси йорттарҙа йәшәгәндәр йорт тирәһен, ихатаһын үҙе таҙарта, ә инде ҡала йөҙөн биҙәү өсөн “Йәшел хужалыҡ” муниципаль унитар пред­приятиеһы бөтә көсөн һала. Көндәлек эштәрен еренә еткереп башҡара. Улар иңендә - газондарҙы сабыу, клумбаларға һыу һибеү, утау, һәйкәлдәрҙе таҙа тотоу, пляж юлдарын һепереү, сүп-сар йыйыу. Предприятие хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы һөҙөмтәһендә ҡала урамдары, ял паркы һәр саҡ ҡараулы, һәйкәлдәр, монументтар төҙөк. Ә инде уларҙың ҡаланы йәшелләндереүҙәге ролен айырым билдәләргә кәрәк. Йыл һайын ҡала майҙандарына, газондарға һәм йорт ихаталарына тиҫтәләрсә мең сәскә үҫентеһе ултырталар. Был маҡсатта уларҙы үҙҙәренең теплицаһында үҫтерәләр. Тирә-йүн йәй буйы сәскәгә күмелеп ултыра.
Ҡала халҡына ошо гүзәллеккә ихтирам менән ҡарарға, һаҡларға ғына ҡала.
Һүрәттә: башҡалар эшен ихтирам итәйек.
Автор фотоһы.
Читайте нас: