ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
17 Июль 2018, 12:57

Бәләкәй бизнесты яҡлап, ил иҡтисадын үҫтерәбеҙ

Эшҡыуарлыҡ - иҡтисадтың нигеҙе һәм киләсәге.

Республиканың ҡулланыусылар баҙары йылдан-йыл үҫә һәм замансараҡ була бара. Тауарҙар ассортименты киңәйә, башҡарылған эштәр, күрһәтелгән хеҙмәттәр күләме арта. Ҡала мәҙәниәт һарайының бәләкәй залында X Республика эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилдең йәмәғәт ярҙамсылары өсөн семинар үтте.
Урындағы эшҡыуарҙарҙың продукцияһы күргәҙмәһе ойошторолдо. Семинарҙы Башҡортостан Республикаһы Эшҡы уарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Рафаил Ғибәҙуллин асты һәм эксперт ҡунаҡтар менән таныштырҙы. Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов бәләкәй һәм урта бизнес үҫешен, муниципаль контроль, эш урындары һаны артыу мәсьәләләрен яҡ тыртты. Эшҡыуарҙарҙың хо ҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен үтәү буйынса Рафаил Вәғит улы һөйләп үтте. Ултырыш барышында эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә бәйле бик күп хоҡуҡи хәл ваҡиғалар, кадастр һәм ер мөнәсәбәттәре, мөлкәт хоҡуғы буйынса яңы ҡағиҙәләр тикшерелде, яҡынса йомғаҡ яһалды. Алдынғыларҙы бүләкләү сараһынан һуң “Ликом” йәмғиәте менән танышыу, түңәрәк өҫтәл, семинарҙар уҙғарылды.
Һүрәттә: Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарҙар хоҡуҡ тарын яҡлау буйынса вәкил Рафаил Ғибәҙуллин һәм район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәм сетдинов йәмғиәт продукцияһы тураһында фекер алышты.
Читайте нас: