Был турала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы иҫкә төшөрә.
Судноны теркәү өсөн Бәләкәй суднолар буйынса дәүләт инспекцияһы бүлегенә түбәндәге документтар кәрәк:
ғариза (электрон вариантта www. gosuslugi.ru порталы аша);
паспорт йәки шәхесте раҫлаған башҡа документ (копияһы ла кәрәк);
һатыу-һатып алыу тураһында килешеү;
дәүләт пошлинаһы түләү тураһында квитанция.
Суднолар менән тейешле аттестация үткән һәм таныҡлығы булғандар ғына идара итә ала.
Теркәлмәгән һәм техник тикшереү үтмәгән, рәсми теркәлгән тамғалары (атамаһы һәм номеры), ҡотҡарыу әйберҙәре булмаған, боҙоҡ судноларҙы ҡулланыу ҡәтғи тыйыла.