Тикшереүҙе БР Ауыл хужалығы министрлығы, ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү хеҙмәте, иген сифатын баһалау үҙәге филиалы һәм башҡа вәкилдәренән торған комиссия ағзалары беренсе булып Ергән элеваторынан башланылар.
Комиссия иген сифаты лабораторияһын, ҡабул итеү пунктын, үлсәү, киптереү, пуль менән дистанцион идара итеүҙе ҡараны һәм баһа бирҙе.
Күҙәтеү ведомствоһы белгестәре айырыуса иғтибарҙы эш урындарындағы хәүефһеҙлек техникаһына бүлде. Эш ҡорамалдары һәм технологик цикл ҡаралды.
Шундай уҡ тикшереү ҡала элеваторында ла уҙҙы.
Комиссия йомғаҡтары буйынса беҙҙең район элеваторҙары иген ҡабул итергә әҙер тип билдәләнде.
Ауыл хужалығы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса быйыл иген йыйыу 20 июлдән һуң башлана.