Округтар буйынса һайлау комиссияһына 6 кандидат мөрәжәғәт итте, улар
“Үҫеш партияһы”, “ЛДПР”, “Рәсәй патриоттары”, “Ғәҙел Рәсәй”, “Берҙәм Рәсәй”, “КПРФ” партияларынан.
Территориаль һайлау комиссияһы ултырышында Башҡортостан Республикаһы алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға ЛДПР партияһынан депутатлыҡҡа кандидаттың документарын теркәү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Шулай уҡ сарала һайлауға әҙерлек барышында дәүләт йәки муниципаль милеккә ҡараған биналарҙы ҡуланыу тәртибе, һайлау документтарын дөрөҫ теркәү, һаҡлау, ойоштороу буйынса ла фекерҙәр яңғыраны.
Татьяна Григина, территориаль һайлау комиссияһы рәйесе.
Һүрәттә: сираттағы ултырышта мөһим ҡарарҙар ҡабул ителде.