ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
26 Июль 2018, 13:01

Йөҙөң балҡый тулған ай һымаҡ

Башҡортостандың матур төйәге Мәләүез районының Томансы ауылында атайым Марат, әсәйем Фәрзәнә Сәхәүетдиновтарҙың тәүге балалары булып донъяға ауаз һала беҙҙең Райхана апайыбыҙ.

Ғаиләлә тәүге бала булғанғамы, бәләкәйҙән атайым менән әсәйемдең уң ҡулы булып, беҙҙе өс һылыуы, бер ҡустыһын ҡарарға ярҙамлашып, эшһөйәр, эшкә сымыры,егәрле, алсаҡ, киң күңелле булып үҫә беҙҙең апайыбыҙ. Мәктәпте тамамлап, Күмертау ҡалаһында училищела ашнаҡсы һөнәре алғандан һуң апайыбыҙҙы Мәләүез ҡалаһына эшкә ебәрәләр. Оҙаҡ йылдар ҡаланың «Ағиҙел» ресторананда өлкән ашнаҡсы булып эшләй.
1981 йылда Минулла еҙнәм менән сәстәрен сәскә бәйләп, гөрләтеп туй үткәреп, ике ул үҫтереп, улдарына килендәр алып, балаларына ярҙам итеп, әлеге көнгә тиклем күптәргә өлгө булып, һоҡланырлыҡ тормош көтәләр. Хаҡлы ялға сығып, еҙнәм менән тыуған ауылыбыҙ Томансыға ҡайтып матур донья ҡороп ебәрҙеләр. Оло улы Марсель ғаиләһе менән бик татыу, килен, ике улы өсөн йән атып, тормоштоң ҡәҙерен белеп, Когалым ҡалаһында йәшәй. Гүзәл киленебеҙ менән Ислам менән Иман исемле ул үҫтерәләр. Йыл һайын ауылға ҡайтып апайымдарға ярҙам итәләр. Апайым ейәндәре өсөн йәнен бирерҙәй, ярата бигерәк үҙҙәрен. Иман бәләкәй булыуына ҡарамай йәйгелеккә уларҙы алып ҡалып, тәмле ризыҡтары менән һыйлап, тәбиғәт ҡосағына алып сығып, наҙлап, әкиәттәр һөйләп, элекке беҙ һәр ваҡыт һағынып иҫкә алған өләсәй, ҡартәсәй тәрбиәһе бирә ул ейәндәренә. Кесе улдары Рәмил уңышлы ғына Когалым ҡалаһында эшләп йөрөй, өйләнде, август айында гөрләтеп туй үткәрергә әҙерләнәбеҙ. Гөлназ киленебеҙ менән бәхетле тормош юлы үтеүҙәрен теләйбеҙ. Теремек, егәрле ул минең Райхан апайым. Бөтәһенә лә өлгөрә, уның йыл әйләнәһенә үҫтергән сәскәләре, йәйен баҡсаһы,тирә яғы гөлгә күмелә. Спорт менән дә шөғөлләнә ул,тегенеү, бәйләү, аш һыуға оҫталығы менән дә айырылып тора ул. Уҡырға яратыуы ла һоҡландыра, һаман булһа китапхана юлын тапауын дауам итә. Әсәйемдең иң матур сифаттары, апайымда сағыла.
Йыр моң ғына ғашиҡ кеше генә нескә күңелле була. Шул тиклем матур йырлай минең апайым. Мәләүез ҡала һәм районда үткән бер сарала унһыҙ үтмәй. Республика ла ғына түгел, сит төбәктәрҙә үткән төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, үҙенең моңло тауышы, үҙәктәрәрҙе өҙҙөрөп йырлауы өсөн, лауреат исемдәре ала, Гран-Приға ла лайыҡ була. Донъяның бар матурлығын, изгелеген йыйған ҡәҙерле апайыма оҙон ғүмер, һәр ваҡыт шулай һылыу, сибәр, ихлас, алсаҡ йөҙлө, уңған, тырыш, ярҙамсыл булып ҡал, шаянлығың, изге күңелле булыуың менән, беҙҙе, кешеләрҙе һоҡландырып йәшә.
Киләсәктә тик ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ап- аҡ бәхет, шатлыҡ ҡыуаныстар, йән тыныслығы, еҙнәм, улдарың, килендәрең, ейәндәрең, туғандарың, дуҫтарың менән бергә,уларға әлегеләй күңел йылыңды таратып,оло йөрәгең менән, донъяны йәмләп йәшәүеңде теләйбеҙ!
Томансы ауылы.
Райхана Марат ҡыҙы Хафизованы күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һиңә ғаилә именлеге, бәхет, ҡыуаныстар теләйбеҙ!
Күңел һыҙлағанда, ауыр саҡтарымда.
Һинең яңыңа мин ашығам,
Өйөң йылы, матур, тәмле ашың бешкән .
Йөҙөң балҡый, тулған ай һымаҡ.
Апай, апай, һине күргән һайын
Йәшәү көсө арта күңелемдә.
Һинән алам сихри илаһи көс,
Иң ҡәҙерле ғәзиз кешемдән.
Рәхмәт һиңә, апай, бик ҙур рәхмәт.
Урап уҙһын һине ҡайғы хәсрәт.
Оҙаҡ йәшә, апай, бәхет шатлыҡ менән
Һәммәбеҙҙән күреп ҡәҙер-хөрмәт!
Иң изге теләгән менән, барлыҡ туғандар исеменән һылыуы Резидә, кейәүе Азамат, уларҙың Санкт-Петербург, Өфө ҡалаларында йәшәүсе улдары Айҙар, Айрат.
Читайте нас: