Тәжрибә уртаҡлашам тиһәң, Мәләүез районына, атап әйткәндә “Старт” хужалығын кил, тиҙәр республика аграрийҙары. Был, ысынлап та шулай.
Сәсеүлек майҙандары ҡалаға, Ырымбур-Өфө трассаһына яҡын урынлашҡан, шунлыҡтан хужалыҡ майҙандары йыл дауамында халыҡтың күҙ алдында. Агросараларҙы беренселәрҙән булып башларға күнеккән старттар беҙҙең ижади төркөм барғанда 60 гектарҙы биләгән арпа культураһын йыя ине.
Көн аяҙ торғанда егеттәрҙең әсе тир түгеп сәселгән уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыуына ышанабыҙ, сөнки бөгөн бөтә көс ошоға йүнәлтелгән.